Был аҙнала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы комиссиялары үҙҙәренең эшлекле ултырыштарын үткәрҙе.

Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы йыйылышы Ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт теле йылына бағышланды. 
Кумертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова һәм Кумертау педагогия колледжы уҡытыусыһы Рима Арыҫланова өлкәндәр өсөн башҡорт теле курстары проекты хаҡында һөйләне. Ярты йыл эсендә курсты тыңлаусылар һөйләшергә өйрәнгән, шулай уҡ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашҡан. 
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды вәкилдәре Гөлназ Йосопова менән Рита Аҡбулатова ла үҙ тәжрибәһе менән бүлеште. Улар башҡорт теленең лексикаһы һәм грамматикаһын өйрәнеү буйынса курстарҙың уңышлы бойомға ашырыуҙары тураһында һөйләне.

Комиссия ағзалары саҡырылған эксперттар менән өлкәндәрҙе башҡорт телен өйрәтеүгә йүнәлтелгән программа һәм методик әсбаптарҙы төҙөү буйынса юл картаһын бойомға ашырыу хаҡында фекер алышты. 2020 йылдың сентябрендә программаны киң аудиторияға күрһәтергә килешелде. 

Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы башҡорт телле баҫмаларҙың үҙ-ара килешеп эшләү, уртаҡ интернет проекттар әҙерләү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Шулай уҡ, ауыл ерендә мәғариф һәм мәҙәниәт йорттарында үҙешмәкәр театрҙар, драма түңәрәктәре, тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында уҡыусылар өсөн дәрестәр ойоштороу кеүек ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һүҙ барҙы. Ултырышта БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Р.Р. Алтынбаев, Республика халыҡ ижады йорто белгесе Т.С. Ҡалмурзина ҡатнашты.

Тарих һәм башҡорт халҡының үҫеше һорауҙары комиссияһы ла ултырыш үткәрҙе. Эксперттар республика үҫешенә ҙур өлөш индәргән тарихи шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү хаҡында фекер алышты, 2020 йылға саралар планын раҫланы.

На этой неделе Комиссии Исполкома Всемирного курултая (конгресса) башкир провели свои рабочие заседания. 

Заседание комиссии по образованию, науке, развитию башкирского языка и литературы было посвящено Году башкирского языка, объявленного ВКБ. 

Председатель курултая башкир г.Кумертау Альфия Шамигулова и преподаватель Кумертауского педагогического колледжа Рима Арсланова представили проект – курсы башкирского языка для взрослого населения. За полгода реализации проекта слушатели курсов освоили базовый уровень разговорного башкирского языка, а также приняли участие в Международном башкирском диктанте.

Так же своим опытом поделились представители Фонда по сохранению и развитию башкирского языка Гульназ Юсупова и Рита Акбулатова. Они рассказали об успешной реализации курсов по изучению грамматики и лексики башкирского языка.

Члены комиссии и приглашенные эксперты обсудили дорожную карту по созданию программы и методического пособия по изучению башкирского языка для взрослых. Было решено представить программу в сентябре 2020 года широкой аудитории.

Комиссия по культуре и СМИ обсудила вопросы взаимодействия башироязычных СМИ, возможности реализации совместных интернет проектов. Кроме этого были обсуждены вопросы возможности реализации творческих проектов в сельской местности – организация любительских театров, драмкружков на базе сельских культурных и образовательных учреждений, выездных занятий для школьников на базе краеведческих музеев. В работе комиссии приняли участие заместитель министра культуры РБ. Р.Р. Алтынбаев и специалист РЦНТ Т.С. Калмурзина.

Комиссия по вопросам истории и развития башкирского народа провела свое заседание также в расширенном формате. Эксперты обсудили вопросы увековечивания имен исторических деятелей, внесших вклад в развитие республики, утвердили план мероприятий на 2020 год.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *