Баймаҡтар Башҡорт теле йылын үткәреү буйынса пландары менән уртаҡлашты, “Айыҡ ауыл” конкурсы барышы менән таныштырҙы. Конкурстың республика этабында ҡатнашыусы Йылым ауылы креатив алымдар ҡуллана икән: улар сәләмәт тормошҡа өндәүсе сувенир продукция ла сығара. Уңыштар теләйек Баймаҡ районының иң айыҡ ауылына!