Ҡыҙыу бәйләнешкә ике көн эсендә 152 мөрәжәғәт килде

22- 23 ғинуар “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Ҡыҙыу бәйләнеш үтте. Сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем (11.00- 20.00) 8-800-7000-183 телефоны аша республика халҡы айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорауҙар бирҙе.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, ике көн эсендә 150-нән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Күпселек шылтыратыуҙар Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ , Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, Өфө, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Әлшәй, Хәйбулла райондарынан.

Шылтыратыусылар йышыраҡ яҡындарын эскелектән арындырырға теләп, стационар йә амбулатор дауалау шарттары менән ҡыҙыҡһына. Бушлай реабилитация үтеү мөмкинлектәре тураһында ла күп белешәләр. Ҡыҙыу бәйләнешкә шылтыратып, психоактив матдәләр йә суррогат спиртлы эсемлектәр һатылған нөктәләр тураһында ла мәғлүмәт ҡалдырҙылар. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *