БДПУ ректоры башҡорт филологияһы факультетының ябылыуын кире ҡаҡты // Ректор БГПУ опроверг закрытие факультета башкирской филологии

БДПУ ректоры башҡорт филологияһы факультетының ябылыуын кире ҡаҡты

«Башҡорт филологияһы факультетын ябыу тураһында һүҙ бармай», тип белдерҙе Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. Уның юғары уҡыу йорто сайтында баҫылған мөрәжәғәте киң мәғлүмәт сараларындағы факультетты бөтөрөү хаҡында мәғлүмәткә яуабы булды. 
Педагогия университеты етәксеһе һүҙҙәренсә, факультет составында Көнсығыш телдәрен өйрәнеү үҙәген ойоштороу, шулай уҡ факультетҡа Рухи үҫештең ресурс үҙәген индереү тураһында мәсьәлә профессорҙар һәм уҡытыусылар менән тикшерелде. 

«Фекер алышыу барышында факультетты Башҡорт телен үҫтереү буйынса ғилми-белем биреү үҙәге тип үҙгәртеү мәсьәләһе күтәрелде. Быны факультет студенттары һәм уҡытыусылары менән дә тикшерҙек һәм ҡәҙимгесә «факультет» тип ҡалдырырға тигән фекергә килдек», — тип хәбәр итте Салауат Сәғитов. 
«Бөгөн башҡорт филологияһы факультеты алдына ҡуйылған төп бурыс – динамик үҫешкә сығыу, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, был процесҡа иң яҡшы ғалимдарҙы йәлеп итеү», тип билдәләне ректор. 
Ректор мөрәжәғәтенең тулы тексы – юғары уҡыу йортоноң рәсми сайтында.

Ректор БГПУ опроверг закрытие факультета башкирской филологии

«Ни о каком закрытии факультета башкирской филологии речи не идет», заявил ректор Башкирского государственного педуниверситета им. Акмуллы Салават Сагитов. Его обращение на официальном сайте вуза стало ответом на прошедшую в СМИ информацию о ликвидации факультета. 

Руководитель педуниверситета пояснил, что с профессорско-преподавательским корпусом обсуждался вопрос об организации в составе факультета Центра изучения восточных языков, а также включения в состав факультета Ресурсного центра духовного развития. 
«Во время обсуждения поднимался вопрос о возможном переименовании факультета в Научно-образовательный центр по развитию башкирского языка. И этот вопрос мы последовательно обсудили со студентами и преподавателями факультета, после чего пришли к мнению, что оставим наиболее привычное наименование «факультет», — сообщил Салават Сагитов. 

Ректор отметил, что «главная задача, которая сегодня ставится перед факультетом башкирской филологии — выход на динамичный рост, сохранение и развитие башкирского языка, с вовлечением в этот процесс лучших ученых, используя как традиционные, так и современные методы». 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *