Йәштәр, ирекмәндәр эштәре һәм спорт комиссияһының сираттағы ултырышы // Комиссия по делам молодежи

Ҡоролтай Башҡарма комитетының Йәштәр, ирекмәндәр эштәре һәм спорт комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.

Йыйылышта “Шайморатов вариҫтары” проектын тормошҡа ашырыу планын ҡаранылар. Комиссия ағзалары Мансур Ахунов һәм Хәлил Рәхмәтуллин 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арнап, спорт сараларын үткәрергә тәҡдим итте.

Этник спорт төрҙәре лә көн үҙәгендә. Юлай Ғәлиуллин Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына команданы әҙерләү маҡсатында республикала боронғо төрки уйыны “Ашыҡтың” һайлап алыу этабын үткәреү кәрәк, тип иҫәпләй.

Комиссия рәйесе Байрас Азаматов йәштәрҙең айыҡлыҡ өсөн көрәше хаҡында мәғлүмәт менән таныштырҙы, “Аҫылташ” мәғариф майҙансыҡтары сиктәрендә “Айыҡлыҡ дәрестәре” уңышлы үтеүен еткерҙе.

Комиссия ағзалары ҡоролтай проекттарын бойомға ашырыу өсөн район ҡоролтайҙары янында йәштәр бүлексәләре ойошторорға, улар менән эш алып барырға хәл итте.

Заседание комиссии по делам молодежи, добровольчества и спорту

Реализацию проекта «Шаймуратовцы» обсудили на заседании комиссии по делам молодежи, добровольчества и спорта Исполкома ВКБ. Члены комиссии Мансур Ахунов и Халил Рахматуллин предложили организовать в честь воинов 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии спортивные мероприятия. 

Обсудили и развитие эңтнических видов спорта. Юлай Галиуллин предложил готовить команды для участия на Всемирных играх кочевников – провести отборочный этап по древнетюркской игре «Ашык» в рсепублике. 

Председатель комиссии Байрас Азаматов рассказал об успешной реализации «Уроков трезвости» в рамках образовательных выездов «Асылташ» и выступил с предложением включения уроков в программу «Трезвое село», а так же предложил разработать проект по развитию этнических видов спорта для участия в грантах.

Комиссия решила усилить работу молодёжного крыла Всемирного курултая башкир в районах республики, привлечь активную молодежь для реализации проектов курултая.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *