Хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын һәм кооперативтарын ойошторғанда нисек хаталанмаҫҡа? Яңы эш башлаған йүнселдәр дәүләттән ниндәй ярҙамға иҫәп тота ала? 

Бишбүләк районы Дүсән ауылында ошо мәсьәләргә арналған ҙур кәңәшмә уҙғарылды.Унда ауыл биләмәһе башлыҡтары, старосталары һәм үҙ эштәрен ойоштороу теләктәре булған һәр бер кеше ҡатнашты. 

Кәңәшмәне Мең ырыуы Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ришат Әхмәтшин алып барҙы. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе Ильмир Мөхәмәтйәров сығыш яһаны һәм күп һорауҙарға яуап бирҙе. Яҡташтары уға фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәттәрен әйтеп, тағы ла осрашырға теләк белдерҙе. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *