Башҡортостанда VI Биишева уҡыуҙары ойошторола // В Башкортостане пройдут VI Биишевские чтения

 Башҡортостанда VI Биишева уҡыуҙары ойошторола

Стәрлетамаҡта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында Башҡорт теле йылына бағышланған «VI Биишева уҡыуҙары: Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың заманса проблемалары» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы була. 

Сара 16 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҙғарыла. Конференцияны ойоштороусы – филиалдың башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты. 

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияның программаһында: республиканың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижады, туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙең һәм уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары буйынса сығыштар; асыҡ микрофон; уҡытыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре; мәктәп уҡыусылары араһында тикшеренеү һәм ижади эштәр еңеүселәрен, призерҙарын бүләкләү, сертификаттар тапшырыу. 

10-11-се класс уҡыусылары өсөн еңеүсе һәм призер дипломы Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға ҡабул иткәндә шәхси ҡаҙаныш булараҡ иҫәпләнә. 

Конференцияның эш йүнәлештәре менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин. Конференцияның телдәре: рус, башҡорт, татар, сыуаш. Сара материалдарынан йыйынтыҡ сығарыу күҙаллана. Уларҙы 10 мартҡа тиклем «Биишева уҡыуҙары» тигән билдә менән konf_bf@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

В Башкортостане пройдут VI Биишевские чтения

В Стерлитамаке состоится республиканская научно-практическая конференция «VI Биишевские чтения: Современные проблемы изучения и преподавания башкирского языка и литературы в Республике Башкортостан», посвященная 75-летию Победы в Великой Отечественной войне и Году башкирского языка в Республике Башкортостан. 

Мероприятие пройдет 16 апреля в Стерлитамакском филиале Башкирского государственного университета. Организатор конференции — факультет башкирской и тюркской филологии СФ БашГУ. 

Как сообщили в пресс-службе Минкультуры, в программе конференции: выступления по творчеству народной писательницы республики Зайнаб Биишевой и по актуальным проблемам изучения и преподавания родных языков и литератур; открытый микрофон; мастер-классы для учителей по исследовательским проектам обучающихся; награждение победителей и призеров исследовательских и творческих работ среди обучающихся школ, вручение сертификатов. 

Для обучающихся 10-11 классов диплом победителя и призера будет учитываться как индивидуальное достижение при приёме на обучение в Стерлитамакский филиал БашГУ. 

С направлениями работы конференции можно ознакомиться по ссылке. Языки конференции: русский, башкирский, татарский, чувашский. Планируется издание сборника материалов конференции. Материалы для публикации необходимо направить на электронный адрес оргкомитета конференции: konf_bf@mail.ru с пометкой в теме письма «Биишевские чтения» до 10 марта.

Сығанаҡ/Источник: ИА Башинформ

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *