Ә һеҙ беләһегеҙме? Иң шәп балыҡсылар Учалыла йәшәй. 

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрамда тәүге балыҡ Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Илдар Лутовҡа эләкте. Ә иң күп балыҡты Учалы ҡалаһынан Булат Уйылданов тотто- 2 килограмдан ашыу алабуға эләктерҙе. Ә бына иң эре балыҡ -140 грамлыҡ бәрҙе Белореттан Радик Ҡәүиевҡа ҡапты. 

Ярышҡа төрлө райондарҙан, хатта Силәбе өлкәһенән дә балыҡсылар килгән. Барлығы 23 кеше ҡатнашты. Тотош ғаиләләре менән дә килгәндәр. Магнитогорск ҡалаһынан Дания һәм Илшат Ғайсиндар, Наурыҙ ауылынан Гөлсирә һәм Самат Ирәкбаевтар әйтеүенсә, балыҡ тотоу- уртаҡ шөғөл. Ҡансуриндар ғаиләһендә балыҡсы сәме ҡартатайҙан ейәненә күскән. 6 йәшлек Урал ололарҙан ҡалышманы. 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов сарала әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп үтте. Ҡунаҡтар Ҡобағош ауылының социаль объекттарын- мәктәп, мәҙәниәт йорто , фельдшер-акушер пунктын, китапхананы ҡараны.

А вы знаете, что самые удачливые рыбаки живут в Учалинском районе? 

Первую рыбу в соревнованиях по зимней подледной рыбалке поймал Ильдар Лутов из д. Малоказаккулово. Победителем в номинации «Самый большой улов» стал Булат Вильданов из г. Учалы, общий вес пойманных им окуней составил больше 2 кг. А вот самая большая рыба- хариус весом 140 граммов- попалась на удочку Радика Кавыева из г.Белорецк. 

На соревнования в рамках республиканского конкурса «Трезвое село» приехали рыбаки из разных районов республики и даже из Челябинской области. Всего участвовало 23 человека. Были и семейные команды: Дания и Ильшат Гайсины из г.Магнитогорск, Гульсира и Самат Иракбаевы из д.Наурузово говорят, что рыбалка- их общее увлечение. 6-летнего Урала Канчурина к рыбалке приобщил дедушка. 

Член Исполкома Всемирного курултая башкир Мурат Лукманов отметил грамотами самых активных участников и организаторов соревнования. Гости мероприятия посетили социальные объекты д. Кубагушево – начальную школу, сельский Дом культуры, фельдшерско-акушерский пункт, библиотеку.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *