Модалы башҡорт теле ниндәй булырға тейеш? // Каким должен быть модный башкирский язык?

Модалы башҡорт теле ниндәй булырға тейеш? 

Күмертау ҡалаһы уҡыусылары был хаҡта яҡшы белә. Ҡаланың 10-сы һанлы мәктәбендә “Модалы башҡорт теле”проекты әүҙем эшләй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Шәрәфетдинова Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы конференцияһында эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. 

Конференция Башҡорт теле йылын асыуға арналды, унда үткән 2019 йылдағы эшкә йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар күҙалланды. 
Күмертау башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәйесе Әлфиә Шәмиғолова төп мәсьәләләр хаҡында һөйләне. 

Ҡоролтайҙың 2020 йылға пландары түбәндәгесә: 

  • башҡорт телен, милли традицияларын һәм йолаларын һаҡлау буйынса ҡала ойошмалары һәм учреждениелары менән берлектәге эште дауам итергә, 
  • мәғлүмәти табло һәм алтаҡталарҙа дөрөҫ яҙыу эштәрен камиллаштырып, «Башҡортостан республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» дәүләт закондарын тормошҡа ашырыу эштәрен әүҙемләштереү, 
  • асоциаль күренештәр булған наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш алып барыу, 
  • башҡорт халҡының күренекле йәмәғәт, дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар, яҙыусы, ғалимдарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу. 

Конференцияла башҡорттар ҡоролтайы эшмәкәрлегенә лайыҡлы өлөш индергән активистар бүләкләнде. 
Сарала Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Искәндәр Юлдашев, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев, аппараттың төбәктәр менән эшләү буйынса бүлек начальнигы Рөстәм Баянов ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар Республика политехник лицей-интернат эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Каким должен быть модный башкирский язык? 

Учащиеся города Кумертау знают ответ на этот вопрос. В школе №10 успешно реализуется проект «Модный башкирский». На XIII конференции Курултая башкир города Кумертау о его работе рассказала учитель башкирского языка Зульфия Шарафутдинова. 

Конференция посвящена открытию Года башкирского языка. В ее работе приняли участие председатель Исполнительного комитета МСОО “Всемирный курултай (конгресс) башкир” Искандар Юлдашев, член Президиума Фанит Муратбакиев, начальник отдела по работе с территориями Рустям Баянов, заместитель главы Администрации ГО г.Кумертау Алексей Докукин. 
В своем выступлении председатель Исполкома курултая башкир г.Кумертау Альфия Шамигулова рассказала о состоянии и развитии национального образования в г.Кумертау, о деятельности и перспективах Исполкома курултая. 

Общественная организации является инициатором многих проектов – организовали бесплатные курсы по изучению башкирского языка, ежегодно проводят КВН на башкирском языке. Ими инициирована научно-практическая конференция «Искужинские чтения», активно работает родительский комитет, при городском курултае создан совет аксакалов, действует организация Агинэйҙэр. Благодаря усилиям курултая и родительской общественности в дошкольных образовательных учреждениях открыты башкирские группы. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *