“Өфө-Санкт-Петербург” видеобәйләнеш

Илйыһан Йосопова: «Мин һуғыштан алда тыуғанмын. Блокадалы Ленинградты бер аҙ хәтерләйем. Хатта һыу ҙа етешмәй ине…” 

Шакирә Бикбулатова: “Тормош юлы”н бер ҡасан до онотаһым юҡ. Беҙ уның буйлап санала үттек.” 

Михаил Амосов: “Әсәйем блокаданы кисергән кеше. Етеш заманалар булғанда ла, һәр саҡ запасҡа ярмаһы булды. Аслыҡ тағы әйләнеп ҡайтыр тип ҡурҡты ул.”

Мария Ковтунова: “1941 йылда миңә 4 кенә йәш ине. Әсәйем икмәк алырға китә лә, ҡайтҡас, гел илай ине. Тере ҡалыуына ҡыуанып. Беҙҙең дә уны тере көтөп алыуыбыҙға ҡыуанып. Һуңынан Ырымбур. Еңеү көнө. Тормош иптәшемде осраттым. Һәм Башҡортостан минең икенсе тыуған төйәгемә әйләнде.” 

Илгиҙәр Хәйеров: “Беҙҙең ауылға Ленинград кешеләрен эвакуацияға алып килгәндә, мин ат ҡараусы булып эшләй инем. Ауылда минең һымаҡ русса һәйбәт һөйләшкән кеше булманы. Шулай итеп, тәржемәсе булырға тура килде. Ә һуңғараҡ үҙем дә фронтҡа киттем…” 

Был “Өфө-Санкт-Петербург” видеобәйләнешендә аралашҡандарҙың хәтирәләре. 

Совет ғәскәрҙәре тарафынан Ленинград ҡалаһын фашист илбаҫарҙары блокадаһынан азат итеү көнөнә арналған телекүпер ике ҡаланы берләштерҙе. Ошондай форматтағы осрашыу үткәреү идеяһы Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә тыуғайны. 
Республика парламенты спикеры урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең хәтерендә Ленинград халҡының ҡаһарманлығы ҡәҙерләп һаҡлана. 

Башҡортостан яугирҙары ла Ленинградты яҡлап яуҙа йәнен аямаған. Башҡарма комитет ағзаһы Азат Ярмуллин снайпер Әхәт Әхмәтйәнов ҡыйыулығы тураһында бәйән итте. Һуғыш йылдарында ул 500-ҙән ашыу фашисты юҡ иткән. Санкт-Петербург вәкилдәре лә Бөйөк Ватан һуғышындағы иң яҡшы снайперҙарҙың береһенең исемен мәңгеләштереү тәҡдимен хупланы. 

Телекүперҙә блокадалы Ленинград халҡына ярҙам, тарихи аманатты киләсәк быуындарға еткереү буйынса йәштәр менән эш, Башҡортостан һәм Санкт-Петербург араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу кеүек һорауҙар буйынса ла фекер алыштылар. 

Сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалы Ленинградта йәшәгән шәхестәр, Дәүләт Думаһы депутаттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары ҡатнашты.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *