Йыр-моң сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир яһай. Ғалимдар музыканың һаулыҡты нығытыуын күптән иҫбатлаған. 

Сәләмәтлек көндәрендә табиптар менән бергә музыканттар ҙа ҡатнашырға ниәтләй. “Арғымаҡ” төркөмө артистары “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы сиктәрендә айырым райондарҙағы сараларҙа сығыш яһарға йыйына. Был турала төркөм етәксеһе Ринат Рамаҙанов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән ултырышта белдерҙе. 

Унда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре, 1-се Республика наркология диспансеры, Республика медицина профилактикаһы үҙәге табиптары, Демография һәм һаулыҡ һаҡлау комиссияһы ағзалары ҡатнашты. Ултырышты Президиум ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева алып барҙы. 

“Ҡыҙыу бәйләнеш” акцияһына йомғаҡ яһалды. 1-се Республика наркология диспансеры баш табибы урынбаҫары Евгений Трофимов әйтеүенсә, февралдән майғаса райондарҙың табип-наркологтарына ойоштороу-методик ярҙам күрһәтеләсәк. 

Сәләмәтлек үҙәктәре район дауаханалары табиптары менән берлектә белем биреү учреждениеларында, фельдшер-акушер пунктарында эшләйәсәк. Уларҙың төп бурысы- балалар һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлеген тикшереү. 

Музыка лечит душу и избавляет от физических недугов. Учеными доказано благотворное влияние музыки на здоровье человека. 

Со специалистами Центров здоровья в села республики планируют выехать и музыканты. Артисты группы “Аргымак” примут участие в мероприятиях в рамках конкурса “Трезвое село-2019”. Об этом заявил руководитель группы Ринат Рамазанов на заседании по реализации плана мероприятий республиканского проекта. 

Заседание вела член Президиума Всемирного курултая башкир Салия Мурзабаева. Приняли участие представители Министерства здравоохранения РБ, БГМУ, врачи Республиканского наркологического диспансера № 1, Республиканского центра медицинской профилактики, члены Комиссии по демографии и здравоохранению Всемирного курултая башкир и оргкомитета конкурса. Были подведены итоги Горячей линии. 

Заместитель главврача Республиканского наркологического диспансера №1 Евгений Трофимов отметил, что с февраля по май в районы будут организованы выезды с целью оказания организационно-методической помощи врачам-наркологам. 

Центры здоровья с привлечением специалистов ЦРБ и межмуниципальных центров, республиканских учреждений будут работать в образовательных учреждениях и ФАП, их задача -осмотр детей и подростков.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *