Мәләүез районы Арыҫлан ауылында туй гөрләй

Кәләштең исеме- Рәйфә, кейәү- Ғәйнетдин.
Камалетдиновтарҙың ҡулға-ҡул тотоноп, ғүмер һуҡмағынан бергә атлауҙарына ярты быуат. 50 йыл бергә. Байрамға улар бар ауыл халҡын саҡырған. Матур пар тантанаға атта елдереп кенә килеп етте. 

Ә Имелбаевтар алтын туйҙарын бынан ун йыл элек үк билдәләгән. Быйыл уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 60 йыл. Тантанаға Лилиә Шәүәли ҡыҙы килә алманы. Ауылдаштары уға ныҡлы сәләмәтлек теләй, Миңнулла Хәйрулла улы тормош иптәшенең тиҙерәк дауаханан сығыуын түҙемһеҙлек менән көтә. 60 йыл бергә йәшәгән яҡын кешеңдән аҙға булһа ла, айырылып тороуы, әлбиттә, еңел түгел, ти ул.

Ауыл мәсетендә юбилярҙарҙы ҡотланылар. Байрам тантанаһы “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үтә.

Ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары, ауыл йәштәре “Килен төшөрөү” йолаһын күрһәтте. Салауат медицина колледжы студенттары сәләмәт йәшәү рәүеше , спиртлы эсемлектәрҙең зыяны тураһында һөйләне.

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *