Өйҙә // Дома

 Өйҙә! Кисә «Торатау» Конгресс-холлында студенттарҙың тәүге #ДОМА (#ӨЙҘӘ) форумы үтте. Уның маҡсаты — республиканан ситтә уҡыған студенттар менән бәйләнеш булдырыу һәм дипломлы белгестәрҙе тыуған яҡтарына ҡайтарыу. Сарала Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан меңгә яҡын студент ҡатнашты.  #ӨЙҘӘ форумы Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ҡазан, Магнитогорск, Екатеринбург, Һамар, Пермь, Сорғот, Ижевск, Пенза ҡалаларынан студенттарҙы берләштерҙе. Улар өсөн сарала 12 төрлө тематик майҙансыҡ эшләне. […]
Продолжить чтение…

 

Борайҙа 2020 йылда үтәсәк VI Бөтә донья Фольклориадаһына, Башҡорт теле йылына, Йәлдәк ырыуы йыйынына һәм райондың 90 йыллыҡ юбилейына бағышланған “Милли биҙәк” семинар практикумы уҙенең эшен башланы. 
Продолжить чтение…

 

Өфөлә йылдың иң алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы асыҡланды.  Ул – 17-се мәктәп уҡытыусыһы Илсиә Сирйәжданова. Быйыл “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында 15 кеше ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Башҡарма Комитет рәйесе Искәндәр Юлдашев педагогтарҙы Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР мәғариф һәм фән министрлығы регион-ара […]
Продолжить чтение…