Салауат районы ағинәйҙәре эстафета башланы

Урмансы ауылынан ағинәйҙәр Ҡарағол ауылынан әхирәттәрен саҡырып, Башҡорт теле йылын башлап ебәрҙе. 

“Халҡым теле – хаҡлыҡ теле” тип аталған кисәлә тел ҡәҙере, ил хәстәре менән янып әүҙем тормош менән йәшәүсе теләктәштәр йыйылды. Ҡарағол ағинәйҙәре тәү башлап ҡор тотто бөгөн: күмәкләп йырланылар, фәһемле шиғыр юлдарын һөйләп ишеттерҙеләр. Батмустар менән бейеүҙе лә ифрат ихлас һәм килешле башҡарҙылар. Күптән сәхнә оҫталары булып танылған урмансыларҙың сығыштарына тамашасылар тағы бер тапҡыр һоҡланды. 

Шунда уҡ Ҡарағол ағинәйҙәренә Урмансы ағинәйҙәре “Ҡорама” эстафетаһын тапшырҙы. 

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *