“Санкт-Петербург Һылыуҡайы – 2020”

“Санкт-Петербург Һылыуҡайы – 2020” матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.  Конкурс һәр ҡатнашыусының көслө яҡтарын асырға ярҙам итәсәк, ти ойоштороусылар. Бәйгелә башҡорт этно-мәҙәниәтенә айырым һәм төплө баҫым яһаласаҡ. Конкурсанттарҙы уҡтан атыу, этно-фотосессия һәм төрлө мастер-класстар көтә.  Гүзәлдәрҙән-гүзәл – башҡорт һылыуҙары … Һеҙҙән “Санкт-Петербург һылыуҡайы – 2020” конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар көтөп ҡалабыҙ. Ғаризаға һылтанма яҙыу аҫтында.  https://docs.google.com/forms/d/e/1FAIpQLSfJ27_L813D5..
Продолжить чтение…

 

Дүртөйлө районында иң һәләтле ғаилә – Байғусҡаровтар // “Самая талантливая семья” города Дюртюли – Байгускаровы

Дүртөйлө районында иң һәләтле ғаилә – Байғусҡаровтар.  “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткән сарала Һыуыҡҡул ауылының иң абруйлы һәм талантлы ғаиләләре көс һынашты.  Бар ауыл халҡы Сәләмәтлек үҙәге табиптары һәм ирекмәндәр ярҙамында сәләмәтлеген тикшерҙе һәм спорт байрамында ҡатнашты. Һыуыҡҡул ауылында халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе ойошторолдо, ауыл халҡы “Самауыр” байрамында ҡатнашты, уҡтан атты.  Иң әүҙемдәргә Бөтә донъя башҡорттары […]
Продолжить чтение…

 

Стәрле йәштәре форумға йыйылды

«БАШҠОРТ ТЕЛЕ-ЗАМАНСА ТЕЛ» исеме аҫтында Стәрлетамаҡ йәштәр ҡоролтайы форум ойошторҙо. Сара «Башҡорт теле» йылына арналды һәм бында Стәрлетамаҡ студенттары һәм ғөмүмән, башҡорт йәштәре йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныусылар килде. Форумда замана тенденциялары менән файҙаланып башҡорт телен интернет киңлектәрҙә, заманса йүнәлештәрҙә эш алып барыу һорауҙары күтәрелде. Сарала йыйылыусылар алдында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан […]
Продолжить чтение…

 

Халыҡ-ара туған тел көнөндә үтәсәк диктант өсөн Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған.  Сабир Рәхим улы Ҡадиров Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылында 1906 йылдың 7 мартында тыуған. 1983 йылда тыуған ауылында ерләнгән.  Һуғышҡа тиклем Туймазы районы мәғариф идаралығы мөдире, Өфө сәнғәт техникумы, Башҡорт опера һәм балет театры директоры булып эшләгән.  1941 йылда һуғышҡа алына. 112-се […]
Продолжить чтение…

 

Халыҡ-ара туған тел көнөндә алты телдә диктант үтәсәк // Международный диктант на 6 языках

Халыҡ-ара туған тел көнөндә алты телдә диктант үтәсәк.  21 февралдә генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Диктантты Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора. Был турала бөгөн матбуғат кәңәшмәһендә һөйләнеләр.  Сара сәғәт 12-лә башлана. Үткәреү урыны: Өфөлә Башҡорт дәүләт […]
Продолжить чтение…