Йылым ауылы Баймаҡ районының бәхет биләмәһенә әүерелде  Йылым ауылында “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе+” тип аталған ҙур сара үтте. Программаға ярашлы биләмәлә һаулыҡ, матурлыҡ, ижад, оҫталыҡ, сәләмәт аҙыҡ-түлек, стиль, бизнес, халыҡ кәсептәре, халыҡ медицинаһы, туризм, йога, маникюр һәм башҡа тематик майҙансыҡтар эшләне. Был байрам 80-гә яҡын ҡатнашыусыны берләштерҙе. Йылым ауылына ҡунаҡҡа Ярат, Ғүмәр, Ғәҙелбай, Йәрмөхәмәт, Йомаш, Юлыҡ, Бөрйән […]
Продолжить чтение…

 

“Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы — Тамара Танһыҡҡужинаға! Үткән аҙнала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева билдәле башҡорт шашкасыларын бүләкләне. Тамара Танһыҡҡужина — балалар шашкаһы спортын үҫтереү Проекты етәксеһе, 2012 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем 2500 ауыл балаларын спортҡа ылыҡтырҙы. 2016 йылдың беренсе ярты йыллығына тиклем Урал аръяғы райондарында 400-ҙән ашыу сара […]
Продолжить чтение…

 

Танылған ҡурайсы ҡоролтайҙың юғары наградаһына лайыҡ булды // «Судьба моя – курай!»-Рушан Биктимиров

Танылған ҡурайсы ҡоролтайҙың юғары наградаһына лайыҡ булды.  Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында БР атҡаҙанған артисы, виртуоз-ҡурайсы Рушан Биктимеровтың концерты уҙҙы. “Ғүмер ҡоралым-ҡурай” тип аталған тамаша артистың 45 йәшлек юбилейына һәм ижад эшмәкәрлегенең 25 йыллығына арналды.  Рушан Биктимеров тамашасыларын башҡорт халыҡ көйҙәрен, композиторҙар әҫәрҙәрен, донъя шлягерҙарын уйнап һөйөндөрҙө. Зал туп-тулы тамашасылар Рушандың һәр бер сығышын […]
Продолжить чтение…