Ауыл йәштәренә нисек үҙ эшен башларға? // Как начать своё дело молодежи сельской местности?

Ауыл йәштәренә нисек үҙ эшен башларға?  Баймаҡ районының йәш эшҡыуарҙары “Армантур” стратегик сессияһына йыйылды. Сараны “Айыҡ ауыл-2019” конкурсының район этабы еңеүсеһе булып танылған Йылым ауылы уҙғарҙы.  Яңы эш башлаусылар өсөн “Йәш эшҡыуар” практикум-майҙансығы ойошторолдо. Унда былтыр “Агростартап” программаһы ярҙамында үҙ эшен асҡан Бөрйәнйылға ауылынан Сәлимйән Үлйәбаев үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Крепостной Йылайыр ауылынан Степан Деевтың […]
Продолжить чтение…

 

Яңауыл кескәйҙәре тамырҙарын өйрәнә

Ҡаланың 9 -сы балалар баҡсаһында Шәжәрә байрамы. Тәрбиәсе, 5-се Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы делегаты Гөлназ Абдуллина һәм баҡса мөдире Ирина Ханова Башҡорт теле йылы һәм Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы эстәлекле ойошторҙо. Рухлы киләсәк- рухлы өлкәндәр ҡулында. Бәләкәйҙән шәжәрәһен белгән кеше тормошҡа, тарихҡа етдиерәк ҡарай, ти тәрбиәселәр. Шәймәрҙәновтар, Харисовтар, Вәсбиевтар, Нурмөхәмәтовтар ғаиләләре матур сығыш яһаны. 
Продолжить чтение…

 

Саҡмағош районы Рапат ауылы халҡы сәләмәтлеген тикшерҙе // Жители с.Рапатово Чекмагушевского района проверили здоровье

Саҡмағош районы Рапат ауылы халҡы сәләмәтлеген тикшерҙе.  “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендәге сара флешмобтан башланды. Унда олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Дүртөйлө районы үҙәк дауаханаһының баш врачы Азамат Латипов һәм нарколог-табип Руслан Йосопов алкоголь эсемлектәр, наркотик матдәләр зыяны тураһында лекция уҡыны. БР халыҡ артисы, Ш.Бабич ис. Республика йәштәр премияһы лауреаты, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов оҫталыҡ […]
Продолжить чтение…

 

Үргендәр – беренсе!

14 февралдә Ейәнсура район хакимиәтендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашлығында “Айыҡ ауыл” район конкурсында еңеүсе һәм призерҙары булған ауыл биләмәләренең инициатива төркөмдәре менән осрашыу ойошторолдо. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин конкурс һөҙөмтәләрен барлап сығыш яһаны. Район етәксеһе Дәмин Юланов үҙенең сығышында эскелекте туҡтатып булмаһа ла, кешеләрҙең тартылыуын билдәләп үтте. Район этабында […]
Продолжить чтение…

 

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм сит илдәрҙә эшләп килгән ҡоролтай етәкселәре менән селектор кәңәшмәһе үтә.

Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм Башҡарма комитет рәйесе Искәндәр Юлдашев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең 2019 йыл һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Кәңәшмәлә 2020 йылға төп саралар планы, Башҡорт теле йылын үткәреү тураһында әйтелде.
Продолжить чтение…