“Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы ҡарткиҫәктәр (Асҡын районы) бөтә ауыл менән диктант яҙырға килә.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторолған акцияға ҡарткиҫәктәр дәррәү ҡушылды. Диктантты уҡыусылар ғына түгел, төрлө йәштәге ололар ҙа килеп яҙа. “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлеге етәксеһе урынбаҫары С. Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәрен ғорурланып тыңланыҡ. Халҡыбыҙ улдарына бөркөттәр тип юҡҡа ғына әйтмәй. Улар бөркөт һымаҡ ҡыйыу булып, дошмандарға ташлана […]
Продолжить чтение…

 

Бөтәһе 2000-дән ашыу майҙансыҡта алты телдә диктант уҙҙы // 2000 пунктов проведения диктанта. 6 языков. 10 регионов

Бөтәһе 2000-дән ашыу майҙансыҡта алты телдә диктант уҙҙы. Республиканың бар район-ҡалаларында Халыҡ-ара туған тел көнөндә Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған диктант яҙҙылар. Рәсәйҙең ун төбәгендә 17 майҙансыҡ эшләне. Унда яҡынса 250-нән ашыу кеше диктант яҙырға килде. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе Түлгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбендә генә төрлө йәштәге 56 кеше ҡатнашты. Халыҡ-ара диктантҡа сит […]
Продолжить чтение…

 

Дондағы Ростов. Ундағы башҡорт.

“Автограф” тапшырыуының киләһе сығарылышы Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәгән башҡорт уҙаманы, Ҡоролтай Башҡарма комитеты ағзаһы Мәхмүт Сәлимов тураһында.  Дәүләкән егете, отставкалағы подполковник, хәрби бәрелештәр ветераны, РФ һәм БР Яҙыусылар союздары ағзаһы Мәхмүт Бакир улын яҙмыш нисек Ростов өлкәһенә илтә? Ни өсөн хәрби юлды һайлаған башҡорт егеттәре юғары уңыштарға, алдынғылыҡҡа етеҙерәк өлгәшә? Хаҡлы ялда ла әүҙем тормоштан […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт журналистикаһы, яҙыусылар донъяһы ауыр юғалтыу кисерҙе. Күренекле публицист, шағир, яҙыусы, тәржемәсе Дамир Шәрәфетдинов арабыҙҙан китте.  Дамир Шәрәфетдинов 1965 йылдың 29 майында Белорет районының Көмбә ауылында тыуған. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.  Белорет районының «Урал» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, «Йәшлек» республика йәштәр […]
Продолжить чтение…