Ҡариҙел районы Хәлил ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының белдереүен уҡығас та, ҡушылырға ҡарар итә. Конкурс сиктәрендә сәләмәт тормошто пропагандалаған 20 сара үткәрелгән.  Хәлилдә ҡатын-ҡыҙҙар спорт клубы эшләй. Хаҡлы ялдағы Хәлиҙә Мөбәрәкова үҙ янына спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнергә теләгәндәрҙе йыйған. Аҙнаһына өс тапҡыр хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар өй мәшәҡәттәрен ҡалдырып, Хәлиҙә апай янына […]
Продолжить чтение…

 

Баш ҡаланың М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Бөтә донъя фольклориадаһын асыу уңайынан Туған телдәр байрамы ойошторолдо. Байрам йәнле күргәҙмәләр менән башланып китте. Унда республикала йәшәгән халыҡтар үҙҙәренең ҡул эштәрен, милли кейемендәрен тәҡдим итте. Мәҫәлән, Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылынан килгән удмурттар бик матур күргәҙмә әҙерләгәйне. Түбәнге Балтас мәктәбе директоры Людвиг Зидымаков уҡыусылары менән килгән. […]
Продолжить чтение…

 

Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында эшһеҙлек юҡ, ти сығыш яһаусылар. Ауыл халҡының күбеһе Ҡашҡарҙан ике саҡрым алыҫлыҡтағы Исҡужа карьер бүлексәһендә эшләй. Эштән буш ваҡытта ла насар ғәҙәттәргә урын ҡалмай.  Яңыраҡ ир-егеттәр өсөн балыҡ тотоу буйынса ярыш үткәргәндәр. Ҡашҡарҙа спорт залы ла буш тормай. Ә ағинәйҙәр йәш килендәргә талҡан,эремсек әҙерләргә өйрәтә, бергәләп хатта кәфенлек тә тегеп ҡарағандар. […]
Продолжить чтение…

 

Дүртөйлө районы Һыуыҡҡул ауылында спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Ауылдың үҙ волейбол командаһы бар. Был ауылда эскелеккә ҡаршы эшмәкәрлек тиҫтә йылдар дауамында бара. Талантлы кешеләр йәшәй Һыуыҡҡулда. Егерме йыл “Аҡ шишмә” бейеү ансамбле эшләп килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, спиртлы эсемлектәр һатылыуынан тулыһынса ҡотолоп булмаған. Ауылдың оло юлда урынлашыуы был йәһәттән ауырлыҡтар тыуҙыра, ти сығыш яһаусылар. Пионерский – […]
Продолжить чтение…

 

Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауылы халҡы үҙҙәренең “Ауылпиада”һы менән бар республикаға танылды // Жители д. Курменкеево Давлекановского района стали известны всей республике своей «Ауылдпиадой»

Дәүләкән районы Көрмәнкәй ауылы халҡы үҙҙәренең “Ауылпиада”һы менән бар республикаға танылды. Көрмәнкәйҙәрҙең үҙенсәлекле саралары күп. Йәйен улар Салғы байрамында көсөн һынаған, иң матур ихатаны асыҡлаған. Ағинәйҙәр кис ултырыу йолаһын тергеҙгән. “Айыҡ ауыл” республика проектында презентация яҡларға “Йәшлек” ансамбле һәм Сафиндар ғаиләһе лә килгән. Тимерхан Йәдкәр улы әйтеүенсә, бер нисә йыл инде ул спиртлы эсемлектәрҙе ауыҙына […]
Продолжить чтение…

 

Ауыл кинойондоҙҙары // Кинозвёзды села

Ауыл кинойондоҙҙары  Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылы халҡын шулай атарға мөмкин.“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә үрге мөрсәләйҙәр “Бәндәләр һәм дәүерҙәр”, “Аҡлы-ҡаралы тормош” тигән фильмдар төшөргән. Эскелеккә ҡаршы йүнәлтелгән фильмдарҙа йәше лә, ҡарты ла ҡатнашҡан.  Гаджеттарға ғына текәлеп ултырмай бында халыҡ. Ололар ҙа буш ваҡытында яңы һөнәрҙәр үҙләштерә. Мәҫәлән, ир-егеттәр Мораҡ оҫтаһынан асылмалы өҫтәл эшләргә өйрәнгән. Ә […]
Продолжить чтение…