Башҡорт теле дәресендә бейеү серҙәре

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” төбәк-ара конкурсында ҡатнашҡан педагогтар ҡыҙыҡ программа әҙерләгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһы 23-сө урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнар Ғималованың дәресендә уҡыусылар “Шәл бәйләнем” бейеүен өйрәнде. Зилә Ғәлиуллинаның уҡыусылары дәрестә милли биҙәүестәр менән танышты. “Милли кейемде презентациялау” һынауында был конкурсант Туймазы районына ғына хас булған төнъяҡ- көнбайыш башҡорттары […]
Продолжить чтение…

 

Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы үтте. Көн тәртибендә-тарихи шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү эшендә саралар форматы буйынса фекер алышыу. Ултырышта Республика халыҡ ижады үҙәгенән Гөлгөнә Баймырҙина “Ырыу ағасы” республика форумын тормошҡа ашырыуҙа пландар менән уртаҡлашты. Был сараның маҡсаты- халыҡ ижадын, шәжәрәләрҙе, халыҡ кәсептәрен, уйындарын һаҡлау һәм үҫтереү.
Продолжить чтение…

 

Белорет спортсыһы Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр ярыштарында көмөш миҙал яуланы. Иркутск өлкәһе Байкалье ҡалаһындағы ярыштарҙа 14 йәшкә тиклемге саңғысылар көс һынаша. Командалар составында 22 төбәктән 186 спортсы. 2006-2007 йылғы ҡыҙҙар араһында Белореттан Тәнзилә Исраилова слалом-гигант ярышында 2-се урын алды. Яҡташыбыҙҙы көмөш миҙал менән ҡотлайбыҙ. Яңы үрҙәр, яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Продолжить чтение…