Екатеринбург урамына Мостай Кәрим исеме бирелде // Именем Мустая Карима названа улица в Екатеринбурге

Екатеринбург урамына Мостай Кәрим исеме бирелде

Екатеринбург урамына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелде. Ул Уралдың баш ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан. Екатеринбург мэры Александр Высокинский тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

«Екатеринбург ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан урамға «Мостай Кәрим»дең исемен бирергә», — тиелә ҡарарҙа.

Мостай Кәрим урамы янында Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы, Мостай Кәримдең яҡын дуҫы Сыңғыҙ Айытматов урамы бар.

Мәскәүҙә, Алматыла, Ҡазанда, Өфөлә һәм Башҡортостандың бик күп тораҡ пункттарында урамдар Мостай Кәрим исемен йөрөтә.

Сығанаҡ: Башинформ

Именем Мустая Карима названа улица в Екатеринбурге

Улице в Екатеринбурге присвоено имя народного поэта Башкортостана Мустая Карима. Она находится в Октябрьском районе столицы Урала. Соответствующее постановление подписал мэр Екатеринбурга Александр Высокинский.

«Присвоить улице, расположенной на территории планировочного района «Истокский» в Октябрьском районе города Екатеринбурга, в границах, утвержденных Постановлением Главы Екатеринбурга от 01.07.2009 № 2754 «Об утверждении основной части проекта планировки территории и проекта межевания территории планировочного района «Истокский», наименование «Мустая Карима», — говорится в постановлении.

Рядом с улицей Мустая Карима находится улица Чингиза Айтматова — народного писателя Киргизской ССР, близкого друга Мустая Карима.

Именем Мустая Карима названы улицы в Москве, Алматы, Казани, Уфе и во многих населенных пунктах Республики Башкортостан.

Источник: Башинформ

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *