“Дивизия сформирована из ресурсов Башкирской АССР – ее коренной национальности башкир-отборных сынов народа.”

16 гвардия Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, ул ваҡытта гвардия полковнигы Григорий Беловтың башҡорт атлылары тураһындағы тасуирламаһында шулай яҙылған. Ошо һәм дивизияға бәйле башҡа мөһим документтар Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының үҙәк архивында һаҡлана.

Подольск ҡалаһында урынлашҡан Оборона министрлығының үҙәк архивында 20 миллион архив эше һәм 60 миллиондан ашыу берәмек хәрби-медицина документы тупланған. Шуларҙың 11 миллионға яҡын архив эше Бөйөк Ватан һуғышы осорона ҡарай.
Халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын рәсми иҫбатлаған документаль хәтер.

112-се Башҡорт кавалерия дивизия яугирҙарының теүәл исемлеге юҡ, әлегә тиклем биографик мәғлүмәт тулыһынса тупланмаған. Ошоно иҫәпкә алып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма ағзаһы, БР Милли архивы бүлек етәксеһе Азат Ярмуллин һәм ҡоролтайҙың аппараты белгесе Эльдар Яхин Подольск ҡалаһындағы архивта эшләне.

Данлыҡлы дивизияға ҡағылышлы исемлектәр өйрәнелде. Улар һалдаттар һәм офицерҙар араһында юғалтыуҙар теркәлгән ҡағыҙҙарҙы, орден һәм миҙалдар менән билдәләү буйынса документтарҙы өйрәнде. Әле белгестәр архивтан алып ҡайтҡан күсермәләрҙе системаға һала.

“Дивизия сформирована из ресурсов Башкирской АССР –ее коренной национальности башкир-отборных сынов народа.”

Это слова о башкирских конниках из Описания, подписанного Григорием Беловым, командиром 16-й гвардейской кавалерийской дивизии, в 1943 году. Документ находится на хранении в Центральном архиве Министерства обороны Российской Федерации.

Это крупнейшее учреждение среди архивов страны. Здесь хранится более 20 миллионов архивных дела и 60 миллионов единиц военно-медицинских документов, из них около 11 миллионов архивных дел относится к периоду Великой Отечественной войны.
Документальная память о подвиге нашего народа в величайшей из войн.

Член Исполкома Всемирного курултая башкир, начальник отдела Национального архива РБ Азат Ярмуллин и специалист аппарата Эльдар Яхин работали в г. Подольск Московской области в Центральном архиве Министерства обороны РФ. Сотрудники изучили дела, касающиеся Башкавдивизии.

До настоящего времени отсутствует полный список ее воинов и не проведена работа по сбору и составлению биографических сведений. В центральном архиве сотрудники получили доступ к персональному учету безвозвратных потерь солдат, генералов и офицеров; персональному учету награжденных орденами и медалями военнослужащих Советской Армии. На данный момент времени ведется работа по систематизации материалов.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *