#ҠоролтайМиллиКейем #КурултайНациональныйКостюм

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт милли кейеме флешмобына 200-ҙән ашыу кеше ҡушылды.

Флешмобҡа Сибай ҡалаһы, Әлшәй, Саҡмағош, Көйөргәҙе, Туймазы, Баймаҡ, Учалы райондарынан эштәр күп килә. Силәбе өлкәһе, Сорғот, Нижневартовск, Мәскәү ҡалаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡушылды.

Һеҙҙең иғтибарығыҙға -Пермь ҡалаһынан Алһыу Ғәбдекәева һәм уның ҡыҙы Рената. Ренатаның атаһы һинд милләтенән, ҡыҙыҡай ике халыҡтың да мәҙәниәтен өйрәнә.

Белорет районының Уҫманғәле ауылынан Нәғимә Шәрипова, мәғариф ветераны:
“Ҡатай башҡорттарының милли кейеменен иң сағыу өлөшө – һаҡал. Күп бала тәрбиәләп үҫтергән инәйемдең миҙалдарын аманат итеп һаҡалыма урынлаштырҙым. Үҙем сығышым менән тиләү башҡортомон. Камзулым тиләү ырыуы башҡорттарының милли кейеме үҙенсәлеге нигеҙендә биҙәлгән.
Башҡорт биҙәктәренең үҙенсәлеге ҡашмауымда сағыла. Биҙәктәр тик мәрйендән генә сигеп эшләнгән. Олондоң осонда ҡатай ырыуының тамғаһы сигелгән”.

Төньяк- көнсығыш башҡорттары кейеме лә үҙенсәлеге менән айырылып тора. Күлдәктәр, альяпкыстар,ҡалпаҡтар тамбурлы ҡайыулы булған.Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылының “Ҡомартҡы” тамбурлы ҡайыу халыҡ коллективы милли һәм заманса кейемдәрҙә тамбурлы ҡайыуҙы киң ҡуллана.

К флешмобу #КурултайНациональныйКостюм присоединилось более 200 человек.

Активно подключились жители г.Сибай, Альшеевского, Чекмагушевского, Куюргазинского, Туймазинского, Учалинского, Баймакского районов. В флешмобе участвуют и жители Челябинской области, г. Нижневартовск, Москва, Сургут.

На фотографии- Алсу Габдукаева из г.Пермь и ее дочь Рената. Отец Ренаты- по национальности индус, девочка изучает культуру и индийского, и башкирского народов.

Ветеран просвещения из д.Усмангали Белорецкого района Нагима Шарипова знакомит нас c особенностями одежды башкир катайского рода. “Самое примечательное в костюме-һаҡал(нагрудник),”- пишет она. ”А вышитые на камзоле орнаменты указывают на род тиляу. Кашмау-головной убор украшен кораллами, на наспиннике (олон) вышит знак (тамга) катайцев” .

Красота башкирского национального костюма особенно ярко проявляется в женских нарядах.Национальная одежда северо-восточных башкир красочна и привлекательна. Вышивка делает эту одежду ещё привлекательнее. Тамбурная вышивка- один из видов древнейшего практического искусства, жительницы д.Новый Мишар Мечетлинского района знакомят с ним детей и молодежь .

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *