Милли кейем нәҫелдән нәҫелгә күскән

Ул теге йәки был ырыуҙың ерлектәге ҡанундарын иҫәпкә алып тегелгән һәм ысын мәғәнәһендә оло байлыҡ һаналған. 

Ғаиләгеҙҙә шундай хазина һаҡланамы?
Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән флешмобҡа ҡушылығыҙ.

Әле акцияла ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙҙың күбеһе- сәхнә кейемендә. Тотош ғаиләләре, балалары менән ҡушылғандар. 

Әйҙәгеҙ, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен сағылдырған милли кейемде лә күрһәтәйек. Элек ир заттарының ҡәмәренә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың еләненә ҡарап ниндәй ырыу, ара вәкиле булыуын асыҡлағандар. Һәр ырыуҙың милли костюмдары бер-береһенән айырылған.
Һеҙ ҙә кейемегеҙҙәге ошо нескәлектәр менән таныштырығыҙ.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *