Андыҙ һәм туҡранбаш, апһын һәм бейем.
Дарыу үләндәренең башҡортса атамаларын һәм туғанлыҡ терминдарын беләһегеҙме?

Октябрьский ҡалаһында үткән “Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәре”тип аталған башҡорт традициялары фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн был һүҙҙәр ят түгел.
Фестиваль башҡорт мәҙәниәтен, халыҡ ижады традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, туған телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Сарала ҡала мәктәптәренән 21 ғаилә ҡатнашты.

Фестивалде 8-се мәктәп уҡыусылары һәм ҡаланың “Ағинәй” башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары башҡорт халҡының традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тамаша менән башлап ебәрҙе. Йылан, ҡыпсаҡ, ҡырғыҙ ырыуы вәкилдәре лә тамашасылар алдында сығыш яһаны, ырыу тамғалары менән таныштырҙы.

Фестивалдең икенсе өлөшөндә өс туҡталыштан торған ғаилә квесы үтте. “Дарыу үләндәре” туҡталышында үләндәрҙең башҡортса атамаларын асыҡлау, ҡыҙыҡлы ситуатив уйындар ойошторолдо. “Ғаилә” туҡталышында сюжетлы һүрәттәр буйынса бирелгән һорауҙарға яуаптар әҙерләнеләр, ғаилә ағзаларының башҡортса атамаларын хәтерҙәренә төшөрҙөләр, бирелгән шиғырҙарҙы тасуири уҡып ишеттерҙеләр. “Урал батыр” туҡталышында иһә 8-се класс уҡыусылары эпостан өҙөк сәхнәләштерҙе. Ғаилә ағзаларына был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алыныуын, геройҙарҙың исемдәрен асыклау тәҡдим ителде. Шулай уҡ, был туҡталышта һәр ғаиләгә ҡобайыр әйтеп курһәтеү эше лә йөкмәтелде.

Как называется девясил на башкирском? А кого называют «бейем»?
Для участников фестиваля башкирских традиций «Семья и семейные ценности», который прошел в г.Октябрьский в рамках Года башкирского языка, это не сложные вопросы.

Фестиваль проводился в целях поддержки и развития башкирской культуры, укрепления традиций народного творчества, привития интереса к изучению родных языков. В нем приняла участие 21 семья из общеобразовательных учреждений города Октябрьский.

В первой части фестиваля учащиеся МБОУ «СОШ №8» и общество башкирских женщин «Агинэй» продемонстрировали традиции, обычаи башкирского народа. Были представлены башкирские племена из рода «Елан» , «Кипчак», «Киргиз».

Во второй части фестиваля состоялся семейный квест, где участники мероприятия проходили по 3 станциям и выполняли различные задания. На станции «Лекарственные травы Республики Башкортостан» находили лекарственные травы и их правильные названия на башкирском языке. На станции «Семья» – отвечали на вопросы, работали по сюжетным картинкам, выразительно читали стихотворения на башкирском языке. На станции «Урал батыр» учащимися МБОУ «СОШ №8» были показаны инсценировки по башкирскому эпосу «Урал батыр». Семьи выполняли задания из эпизодов данного эпоса и говорили друг другу кубаиры.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *