Роберт Миңнуллин арабыҙҙан китте… // Ушел от нас Поэт…

Роберт Миңнуллин арабыҙҙан китте…

72 йәшендә Башҡортостанда тыуған Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай премияһы лауреаты, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан дәүләт һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, публицист Роберт Миңнуллин беҙҙең арабыҙҙан китеп барҙы.

Дөрөҫөн әйткәндә, был хәбәрҙе беҙ күңелебеҙ менән кисектереп-кисектереп йәшәнек, сөнки Роберт Мөғәллим улының ҡаты сир менән көрәшкәнен белә инек. Әммә ул ныҡ булды, һуңғы көнгә тиклем сафта ҡалды, һәр иртәһен “Инстаграм”дағы дуҫтарын сәләмләү, яңы шиғырҙары, замана менән бергә килеп тыуған мәсьәләләр тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашыуҙан башлар ине. Бер ҡасан да ул яҙмаларҙа зар, яман һүҙ, башҡаларға бәлә һалыу булманы, улай ғына ла түгел, ул һәр саҡ яҡты кәйеф, яҡшы уй, өмөт уятырға тырышты. Күңеленә яманһыу, болоҡһоу булған хәлдәрҙә лә үҙен дә, уҡыусылары да йыуатып: “Беҙ бит көрәшселәр затынан, әле ҡулдан килгәнсә алға атлайбыҙ!” – тиер ине.

Роберт ағай Башҡортостандың Илеш районының Нәжәде ауылында тыуһа ла, үҙе Шәммәттә үҫкәс, ата-бабаларының тамырҙары ошо ауыл менән бәйле булғанға, үҙен ошо ауылдыҡы тип иҫәпләне.

Уның тәүге әҫәрҙәре “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫыла, хеҙмәт юлын да ул тыуған Башҡортостанында, Илеш районының “Маяҡ” гәзитендә башлай. Ҡазан дәүләт университетын тамамлап, ул ныҡлап әҙәбиәткә һәм журналистикаға аяҡ баҫа. Уҡыған йылдарында уҡ ябай, халыҡсан стиль менән яҙылған шиғырҙары аша замандаштары араһында танылыу яулай. 1970 йылда сыҡҡан дөйөм йыйынтыҡтағы шиғырҙарын уҡыусылар ғына түгел, әҙәби тәнҡитселәр ҙә юғары баһалай. Тап ул 1972 йылда Бөтә Союз йәш шағирҙар фестивалендә ҡатнашып, Михаил Львов, Валентин Сорокин кеүек исемдәре СССР-ға билдәле яҙыусыларҙың ыңғай баһаһын ала. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Илдар Юзеев уның ижады тураһында тәүгеләрҙән булып анализ яһай һәм әҙәбиәткә ҙур шағир килеүе хаҡында хәбәр итә.

Эйе, ул ысын мәғәнәһендә ҙур йөрәкле шағир булды. Ул балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре менән уҡыусылар күңеленә килеп инде һәм “Аҡбай цирк ҡарай” (1978), “Ете ағай тай егә” (1980), “Айға остоҡ” (1982) исемле китаптары М. Йәлил исемендәге Татарстан дәүләт премияһына, Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. Уның “Малайҙар һөйләшә” тигән шиғыры үҙе генә лә – донъя балалар әҙәбиәте өлгөһө! Унда:

– Мин үҫкәс ағай булам,

Унан һуң бабай булам!

– Ә мин бабай булғас та

Гел әйбәт малай булам!..

– Мин комбайнсы булам,

Ҡырҙа иген урырға!

— Ә миңә әсәй үҫкәс,

Ҡуша Кеше булырға! – тигән юлдар бар.
Әҫәрҙәге һуңғы һөйләм Роберт Миңнуллиндың ғүмерлек эске асылы булды. Ул ошо юғарылыҡты йыр сәнғәте өлгөләре булған шиғырҙарына алып килде. “Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан” йыры менән замандаштары күңеленә килеп ингән йырҙарҙы ул һуңғы көнгәсә ижад итте. Башҡортостан йырсыһы Заһир Иҫәнсурин башҡарған “Ағиҙелдән китеп барам” йыры шағирҙың аҡҡош йырылай яңғыраны.

Балалар шиғырындағы комбайнсы булам тигән кеүек, Роберт Миңнуллин әҙәбиәттең комбайны булды. Уның ижад итмәгән сәғәте, минуты булдымы икән?! Юҡтыр. Үҙ ғүмерендә ул – ҡулына күптомлыҡтарын алып ҡыуанған автор. Шиғриәт, балалар әҙәбиәтенән тыш, ул заманының күренекле публицисы ла булды. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ҡулына ҡәләм алып, тәрән анализ менән дәүләтселек һәм халыҡ алдында ла һорауҙарҙы ҡуя белде. Депутат булып китеүе лә уның милли республикаларҙа килеп тыуған киҫкен хәлдәрҙе аңлап, хәл итеү юлдарын эҙләү менән бәйле ине. Ул ысын халыҡ депутаты булды.

Яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллин туған республикаһы менән бәйләнешен һуңғы мәлдәренә тиклем өҙмәне. Һәр әҙәби, мәҙәни сараларға ҡайтып, яҡташтары менән тығыҙ аралашып йәшәне. Башҡортостанда йәшәгән ҡәләмдәштәре менән йылы мөнәсәбәттә булды, бик күп замандаштары хаҡында мәҡәләләр, шиғырҙар яҙҙы. Китаптары Башҡортостанда ла нәшер ителде. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уны Башҡортостан халҡы үҙ күреп ижады өсөн генә түгел, кешелек сифаттары өсөн дә яратты.

Роберт Мөғәллим улы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге менән дә таныш ине, халыҡ йыйыны сараларында ҡатнашҡаны ла булды. Башҡортостандағы тормошҡа ул ситтән ҡарап түгел, үҙе ошонда тыуған ир-егет булараҡ тойоп, аңлап, бер бөтөн булып йәшәне.

Роберт Миңнуллин 1998 йылда “Мари Эль Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме, шулай уҡ Төркмәнстандың “Махтумкули Фраги” миҙалы менән, Рәсәйҙәге дуҫлыҡты нығытыуға һәм дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙағы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Былар барыһы ла уның, ысын ижадсы булараҡ, мәҙәниәт, һүҙ сәнғәте, шиғриәт аша йөрәктәрҙән йөрәктәргә һис ҡаҡшамаҫ күперҙәр һалыуы, халыҡтарҙың үҙ-ара яҡты мөнәсәбәттә йәшәүенә булышлыҡ итеүе хаҡында һөйләй.

“Инстаграм”дағы һуңғы яҙмаһында ул ауған олпат өйәңке һүрәтен ҡуйған да былай тигән:

“…Шулай, ағастар ҙа, дуҫтар ҙа көтмәгәндә генә ауалар ҙа китәләр шул! Һиҙмәй ҙә ҡалаһың.”

Йәнең йәннәттә булһын, Роберт Мөғәллим улы! Аллаһу тәғәлә һине беҙҙең аранан изге йомала алды! Йомшаҡ күңелең, йомарт асылың, ҙур йөрәгең менән беҙгә һин ысын Шағир ниндәй булырға тейешлеген күрһәтеп киттең!

Автор: Лариса Абдуллина, шағирә, журналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы

Ушел от нас Поэт…

На 72-ом году жизни ушел из жизни народный поэт Татарстана, лауреат государственной премии имени Г. Тукая, видный государственный и общественный деятель, публицист, уроженец Башкортостана Роберт Миннулин. Роберт Миннулин – большой Друг и единомышленник Всемирного курултая башкир.

Честно говоря, мы в душе боялись услышать эту весть, мы знали, что Роберт Мугаллимович борется с тяжелой болезнью. Он был крепок духом, до последнего дня оставался в строю. Каждое утро начинал с приветствия друзей в своем аккаунте Инстаграм, с новых стихотворений и размышлений на злобу дня. Никогда в этих публикациях не было печали, тоски, негатива в чужой адрес, скорее наоборот, в каждом старался пробудить надежду, светлые мысли. Даже тогда, когда у самого на душе становилось тоскливо, он умудрялся подбодрить своих читателей: «Мы из племени борцов, будем идти вперед, покуда есть силы!»

Роберт агай родился в деревне Нажаде Илишевского района, а родиной называл Шамметово, здесь он вырос, отсюда были его корни.
Его первые произведения были опубликованы в газете “Башҡортостан пионеры” («Пионер Башкортостана»), а трудовой путь он начал в газете “Маяҡ” Илишевского района. Окончив Казанский государственный университет, основательно вступил в журналистику и литературу. Еще в годы учебы завоевал признание читателей своим простым, но глубоким творчеством, понятным и чистым слогом, непосредственностью, придавшим его стихотворениям особую теплоту и естественность. Его сборник стихов, опубликованный в 1970 году, был высоко оценен и любителями поэзии, и литературными критиками. В 1972 году на Всесоюзном фестивале молодых поэтов Роберт Миннуллин получил высокую оценку известных во всем СССР писателей, как Михаил Львов, Валентин Сорокин. Наш земляк, народный поэт Татарстана Ильдар Юзеев одним из первых изучил его творчество и заявил, что в литературный мир пришел большой поэт.

Да, он был Поэтом с большим сердцем. Он работал в разных жанрах, но подлинную популярность получил, как детский поэт. За детские книги «Акбай смотрит цирк»( 1978), «Семь братьев запрягают жеребенка»( 1980), «Полетели на Луну»(1982) Роберту Миннуллину присуждена премия комсомола Татарии имени М. Джалиля, Почетный диплом премии имени Г.Х. Андерсена.

Роберт Миннуллин вкладывает в детские уста главные истины и ценности человечества. Одно только его стихотворение «Мальчики разговаривают» можно назвать шедевром мировой детской литературы!

Там есть такие строки:
– Мин үҫкәс ағай булам,
Унан һуң бабай булам!
Ә мин бабай булғас та
Гел әйбәт малай булам!..
Мин комбайнсы булам,
Ҡырҙа иген урырға!
— Ә миңә әсәй үскәс,
Ҡуша Кеше булырға!
(А мне мама велит
Всегда оставаться человеком! )

Последние строки произведения и есть жизненный девиз Роберта Миннуллина. Эту истину поэт повторяет и в песнях. Он создал десятки замечательных текстов лирических песен, получивших широчайшую популярность среди народа. Одна из них – «Мать принесла нас с речки Сюнь» – стала по-настоящему народной, ее можно назвать гимном Матери. Песня «Иду по Агидели!» в исполнении башкирского певца Загира Исянчурина стала лебединой песней Поэта.

В стихотворении один из его маленьких героев мечтал стать комбайнером, Роберт Миннуллин и сам был комбайнером литературы. Была ли минута, час, когда он не творил?! Скорее всего, будучи автором, успевшим увидеть при жизни свои многотомники, – нет. Он был видным публицистом своего времени, умело отстаивал интересы народа. Как депутат Госсовета РТ, Роберт Миннуллин внес огромный вклад в решении многих актуальных проблем своих современников. Он был настоящим народным избранником.

Наш земляк Роберт Миннуллин никогда не прерывал связь с родной республикой. Был в хороших отношениях с коллегами из Башкортостана, посещал культурные мероприятия, тесно общался с земляками. Он -заслуженный работник культуры Башкортостана, народ Башкортостана его любил и уважал не только за его творчество, но и за человеческие качества.

Роберт Миннуллин заслуженный работник культуры Республики Мари-Эль, награжден медалью “Махтумкули Фраги” Туркменистана, Почетной грамотой Государственной Думы РФ. Эти награды говорят о том, что он творчеством вносит свою лепту в укрепление дружбы и согласия между народами.

Роберт Миннуллин тесно сотрудничал с Всемирным курултаем башкир. Не раз приходил в Курултай, был нашим хорошим другом.
Всемирный курултай башкир выражает родным и близким Роберта Мугаллимовича глубочайшие соболезнования. Клара еңгә всегда была рядом с ним на всех мероприятиях. Многие даже спрашивали, кто автор таких замечательных фотографий в Инстаграме, это была Она – достойная своего мужа светлая женщина!

Замечательный человек, непревзойдённый талант– таким мы его знали. Память о Роберте Миннуллине сохранится в наших сердцах.

Автор – журналист, поэт, член Исполкома Всемирного курултая башкир Лариса Абдуллина.

Фото из архива Ларисы Абдуллиной

Комментировать

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *