Почта йәшниктәрендә- файҙалы бүләк // В почтовых ящиках-полезный подарок

Почта йәшниктәрендә- файҙалы бүләк.

Баймаҡ районы Темәс һәм Бетерә ауылдары халҡы бөгөн иртәнсәк үҙенсәлекле бүләк алып ҡыуанды. Почта йәшниктәрендә- йүнселдәр Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙан сәләм хаты һәм күп тапҡыр ҡулланыла торған битлек.

Ағалы-ҡустылы эшҡыуарҙар бөтәһе 1500 дана медицина битлеге һатып алып, ике ауыл халҡына таратҡан. Битлектәрҙе уларға ирекмәндәр- йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар таратышҡан.

Илсур Нәбиуллин әйтеүенсә, был эш, тәү сиратта, яңғыҙы донъя көткән оло йәштәгеләр, күп балалы ғаиләләр һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында әле кибеткә, дауаханаға иң кәрәкле әйберҙәр алырға ла бара алмаған ауылдаштарына ярҙам йөҙөнән башланған.

“Һәр ауылда ла хәстәргә, ярҙамға мохтаждар бар. Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ!”- ти Илсур.

Егеттәргә изге эштәре өсөн ауылдаштары рәхмәт белдерә.
Афарин! Изгелегегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! Өлгө булырлыҡ матур ғәмәл!

В почтовых ящиках-полезный подарок

Необычную посылку получили сегодня жители д. Бетеря и с. Темясово Баймакского района. В почтовых ящиках они обнаружили медицинские маски.

Местные предприниматели Тимур и Ильсур Набиуллины своим односельчанам сделали полезный подарок. Всего было роздано 1500 защитных масок многоразового пользования. Раздать их помогли волонтеры.

Ильсур Набиуллин призывает всех быть внимательными друг к другу: “Ведь среди нас есть одинокие пожилые люди, малообеспеченные семьи, да и обыкновенные люди, которые по разным причинам лишены возможности, съездить или сходить за элементарными средствами защиты и гигиены, такими как маски, антисептики, перчатки.
Только объединившись и помогая друг другу, мы сможем победить вирус!” – говорит он.

Односельчане передают слова благодарности семье Набиуллиных. Молодцы! Ваше доброе дело достойно подражания.

Комментировать

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *