Жители Башкирии смогут бесплатно обратиться к наркологам, психологам и психотерапевтам

Бесплатную анонимную консультацию на башкирском и русском языках смогут получить жители республики от ведущих наркологов, психологов и психотерапевтов. 17-18 сентября в рамках республиканского конкурса «Трезвое село — 2019» в Башкортостане будет работать «Горячая линия». Организаторы акции – Всемирный курултай башкир, Министерство семьи, труда и социальной защиты РБ, Министерство здравоохранения РБ.
Продолжить чтение…

 

Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала

17-18 сентябрь билдәле табиптарҙан башҡорт һәм рус телдәрендә түләүһеҙ консультация алырға мөмкин. “Айыҡ ауыл-2019” республика конкурсы сиктәрендә Ҡыҙыу линия эшләйәсәк. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары ойоштора.
Продолжить чтение…

 

Иң көслө ҡыҙ Башҡортостандан

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Бөтә Рәсәй милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре фестивалендә иң көслө ҡыҙ тип танылды. Өсөнсө курс студенты Наилә Ғәлина 24 килограмм герҙе 127 тапҡыр күтәргән. Гер спорты буйынса ул алтын миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Башҡортостан йыйылма командаһы Түбәнге Новгород өлкәһе спортсыларын 8:1 иҫәбе менән отто.
Продолжить чтение…

 

Амурҙар алғы һыҙыҡта / Амуры в строю

1812 йылдың 26 августында (7 сентябрендә) Бородино ауылы эргәһендә XIX быуаттағы иң ҡаты бәрелештәрҙең береһе үтә. Дон казактары менән 1-се башҡорт полкы ла был алышта ҡатнаша. Тап шуның өсөн француз полководецтарының мемуарҙарында урын ала. Ошо темаға Рәсәй ғилем академияһының Көньяҡ ғилми үҙәгендә “Рәсәй тарихында башҡорт халҡының хәрби биттәре” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте.
Продолжить чтение…

 

Солтанбәктәр өмәгә сыҡты

Асҡын районынан “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылы халҡы торған ерҙәренең хозурлығын аңлап, матурлыҡты һаҡларға, тағы ла күркәмерәк итеү өсөн тырыша. Йүнсел хужалар йорттарын төҙөкләндерә, кәртә-ҡураларын сағыу төҫлө ҡалай менән урата, ә уңған хужабикәләр ихата һәм баҡсаларында гөл- сәскәләр үҫтереп, матурлыҡ өләшә. Солтанбәктәр бер-береһенә таяныс булып, ярҙам итеп йәшәй. Ауылда өмәләр ҙә йыш үтә. […]
Продолжить чтение…

 

Беҙ айыҡ тормош яҡлы! / Мы за Здоровый образ жизни!

Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсына иң беренселәрҙән булып ҡушылған. Был ауылда бик әүҙем, тыуған төйәгенең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйгән халыҡ йәшәй.
Продолжить чтение…

 

Башҡорт йыры, башҡорт бейеүе алып килә халҡым хәтерен

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективтың 80 йыллығына арналған саралар сиктәрендә ҙур турға юлға сыға: 18 сентябрь — Мәскәү, П.И. Чайковский исемендәге концерт залы;22 сентябрь — Тверь, «Пролетарка» мәҙәниәт йорто;23 сентября — Бөйөк Новгород, Ф.М.Достоевский ис. Новгород академ драма театры;25 сентября — Санкт-Петербург, БКЗ «Октябрьский»;27 сентября — Түбәнге Новгород, Кремль концерт залы. Гастролдәргә 90 […]
Продолжить чтение…

 

Мәскәүҙә оҫталыҡ дәрестәре / Мастер классы в Москве

14 сентябрь 17.00-ҡурай буйынса 14 сентябрь 19:00 – башҡорт бейеүе буйынса БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов үткәрә. 15 сентябрь 13:00-18:00 башҡорт фольклоры буйынса Башҡорт милли кейемдәре буйынса- БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина Ҡыл ҡумыҙҙа уйнау- Зәлиә Ғәниәтуллина Ҡумыҙҙа уйнай, өзләү –Айназ Низаметдинов Башҡорт бейеүе буйынса- “Байыҡ” телевезион конкурсында Гран-при яулаусы Фатима Хәйретдинова Башҡорт […]
Продолжить чтение…

 

Мәскәүҙә Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтәсәк

13 сентябрҙә Мәскәү милләттәр йортонда билдәле яҙыусы-сатириктың юбилейына арналған сара була. Кисәлә Мәскәү ҡалаһының Башҡорт мәҙәни үҙәге, “Сәсән” ижади берләшмәһе, “Илһам” театры, йырсы һәм композитор Земфира Баймырҙиналарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Яҙыусы башҡорт, рус, татар телдәрендә әҫәрҙәрен уҡып ишеттерәсәк.
Продолжить чтение…

 

Өфөлә “Айыҡлыҡ көнө” акцияһы башлана

11 сентябрҙән алып баш ҡалала төрлө кимәлдәге саралар, акциялар, спорт ярыштары ойошторола. Мәҫәлән, иртәгә Ғафури исемендәге паркта киске сәғәт биштә “Күңел йәшлеге” тип аталған бейеү-күңел асыу программаһы старт ала. 12-һендә Ҡашҡаҙан паркында ошондай уҡ саралар үтә. Белем биреү усаҡтарында “Эскелек – сирҙәргә башланғыс” тип аталған тематик дәрестәр үтә.
Продолжить чтение…