Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре тантаналы концерт менән тамамланды

Екатеринбург тамашасыһы алдында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының “Далан” төркөмө сығыш яһаны.Свердловск өлкә дәүләт халыҡ ижады һарайында күргәҙмә ойошторолдо. Режиссер Булат Йосоповтоң “Беренсе Республика” фильмын тамашасы йылы ҡаршы алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өлкә ҡоролтайына госсимволикаға, костюмдарға һәм ҡурайға сертификаттар тапшырҙы.
Продолжить чтение…

 

Яңы Уренгойҙа –һабантуй/В Новом Уренгое-сабантуй

Ҡалала үткән Граждандар форумында Башҡорт милли-мәҙәни автономия һабантуй байрамын күрһәтте. Проекттың исем туйы үтте. Ойошма етәксеһе Клара Әлибаева һәм Яңы Уренгой мэры Иван Костогриз хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Продолжить чтение…

 

Ростов өлкәһендә башҡорт халҡының хәрби йолаларына бағышланған күргәҙмә асылды

Уны Дондағы Ростов ҡалаһының башҡорт ойошмаһы ойошторҙо. Халыҡ берҙәмлеге көнө алдынан өлкәлә йәшәгән төрлө халыҡтар декоратив-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен тәҡдим итте.
Продолжить чтение…

 

Белорет районында Шайморатов генерал һәм кавалерия яугирҙары рухына мәсеттә аят уҡынылар

Ҡаһарман ауылынан Кинйәбай Шәрипов данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Ауылдаштары Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын һәм уның яуҙаштарын хөрмәтләп иҫкә алды.
Продолжить чтение…

 

Нижний Тагилда – башҡорт бейеүҙәре/Башкирские танцы в Нижнем Тагиле

Свердловским зрителям продемонстрировали башкирские танцыСвердловск өлкәһе тамашасыларына башҡорт бейеүҙәре матурлығын күрһәттеләр.
Продолжить чтение…

 

Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл гвардия районында башҡорт бейеүҙәрен өйрәнәләр/В Красногвардейском районе Оренбургской области начались мастер-классы по башкирским танцам

Үрге Ильяс ауылында оҫталыҡ дәрестәре башланды. “Ялҡын” һәм “Сәлимәкәй” исемле фольклор коллективтары менән Ейәнсура районынан балетмейстер, бейеү оҫтаһы Азамат Кәримов шөғөлләнә. Ул бер юлы өс коллективты өйрәтә. Талапсан педагог тәүҙә бейеү өлгөләрен аңлата. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ҡулдар хәрәкәте, боролош, бармаҡ шартлатыу, тыпырлау кеүек һәр элементты ҡат-ҡат ҡабатлайҙар.
Продолжить чтение…

 

Әсбаптар етешмәй

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Аппараты вәкилдәре менән осрашыуҙа Һамар һәм Һарытау өлкәһе уҡытыусылары шулай белдерҙе. Һөйләшеү Мәғарифты үҫтереү институтында үтте.
Продолжить чтение…

 

Халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын һаҡларға һәм яҡларға

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы ағзалары ошо турала фекер алышты.
Продолжить чтение…

 

Мең ырыуы башлығы Ҡәнзәфәр бейҙең исемен мәңгеләштереү буйынса эш башлана

2022 йылда Ҡәнзәфәр бейҙең тыуыуына 490 йыл тула. “Мең ырыуы” төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһенең совет ултырышында ошо турала һүҙ барҙы.Ойошма етәксеһе Әхнәф Тимербулатов әйтеүенсә, арҙаҡлы шәхес Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы янындағы зыяратта ерләнгән. Был мәғлүмәтте халыҡ ижады өлгөләре-бәйеттәр ҙә раҫлай.
Продолжить чтение…