Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Киске Телеүҙәк” тапшырыуында Башҡорт теле йылы тураһында. Сығарылыш эфирҙа 22.01.20 булды

 

Дондағы Ростов уҡыусылары башҡорт яҙыусыһының китабы буйынса фекер алышты. “Дондың 150 мәҙәниәте” ҡунағы — Мәхмүт Сәлимов.

Дон дәүләт китапханаһында “Этномәҙәни мәғариф селтәре – Дондың 150 мәҙәниәте” проекты сиктәрендә Дондағы Ростов ҡалаһы уҡыусылары Дондағы Ростовта башҡорт үҙәге етәксеһе Мәхмүт Сәлимов менән осрашты.

Яҙыусы уҡыусыларға мәҙәниәт, һынлы сәнғәт, тарих, йолалар тураһында һөйләне. Шулай уҡ, башҡорт халҡының рус армияһында хеҙмәт итеү хаҡында телгә алды.

Осрашыу ваҡытында уҡыусылар Мәхмүт Сәлимовтың “Ә беҙ әле тере…” китабынан өҙөктәр уҡып ишеттерҙе.

Продолжить чтение…
 

Әбйәлилдә “тәмле” сараға әҙерләнәләр // 13 февраля в Абзелиловском районе ожидается “вкусное” событие

Әбйәлилдә “тәмле” сараға әҙерләнәләр. 

13 февралдә Асҡар ауылында республикала тәүгеләрҙән булып “Ашъяулыҡ” тип аталған башҡорт аш-һыуы фестивале үтәсәк. 

VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә ойошторолған сарала башҡорт милли аш-һыуын танытасаҡтар, уны әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашасаҡтар. Ҡатнашыусыларҙы һөт, ит ризыҡтары, эсемлектәр, онотола барған аш-һыу төрҙәрен әҙерләү буйынса ярыш көтә. Конкурсанттар милли кейемдә сығыш яһарға тейеш, ти ойоштороусылар. 

Халҡыбыҙҙың хан һыйына торош милли аш-һыуы фестивалендә ҡатнашырға теләүселәр райондың мәҙәниәт бүлегенә шылтыратып, белешә ала.

Продолжить чтение…
 

Ленинград ҡалаһын блокаданан азат итеү көнө // День полного освобождения Ленинграда от фашисткой блокады

27 января является памятным днем в истории всех стран бывшего СССР. Ежегодно в этот день в Российской Федерации отмечается День полного освобождения Ленинграда от фашистской блокады. 

В этом году исполняется 76 лет с окончания самой продолжительной и страшной осады города за всю историю человечества — блокада длилась почти 900 дней. 

Возможно, у вас есть родственники или знакомые, имеющие отношение к этим событиям. 
Поделитесь историями. 

Продолжить чтение…
 

Бәләкәй эшҡыуарҙарға дәүләттән ниндәй ярҙам тейеш? // Предпринимателям расскажут о мерах государственной поддержки инвесторов и местных фермеров.

Бәләкәй эшҡыуарҙарға дәүләттән ниндәй ярҙам тейеш? 

23 ғинуарҙа Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының кәңәшмә залында ошо турала һөйләшеү була. Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле хужалыҡ итеүҙең һәм кооперацияның кесе формаларына дәүләт ярҙамы (гранттар, субсидиялар) тураһында аңлатма бирәсәк . Осрашыуҙа Социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ һорауҙары буйынса комиссия ағзалары ҡатнаша. Сараға теләгән һәр кем саҡырыла. 

Осрашыу 23 ғинуар Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 43 адресы буйынса үтә. Сәғәт биштә (17.00) башлана. 

246-32-50, 250-49-31 телефондары буйынса алдан теркәлергә кәрәк. 

Продолжить чтение…
 

Башҡорт теле йылында үткәреләсәк сараларға методик күрһәтмәләрҙе район –ҡала ҡоролтайҙары етәкселәре “Әлифба” тип атай. 

Асҡын районынан Фәйрүзә Юнысова видеоселектор кәңәшмәһендә шулай белдерҙе. Уның фекеренсә, аныҡ һәм ентекле төҙөлгән методик күрһәтмәләргә таянып, Башҡорт теле йылы сиктәрендә бик күп сағыу саралар атҡарырға мөмкин. Асҡындар йыр-моң фестивале үткәреү буйынса эш башлаған да инде. 

Видеоконференцияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Сарала район –ҡала ҡоролтайҙары етәкселәре, муниципалитеттарҙың хакимиәт вәкилдәре ҡатнашты. 

Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең 2019 йыл һөҙөмтәләре, 2020 йылға төп саралар планы проекттары менән танышты. Башҡарма комитет Аппараты белгестәре Башҡорт теле йылы, «Айыҡ ауыл- 2019» конкурсының республика этабы һәм ошо арала үтәсәк мөһим кисәләр-осрашыуҙар тураһында һөйләне.

Продолжить чтение…
 

Үзбәкстан башҡорттары Шайморатов Генералға Рәсәй Геройы исемен биреү яҡлы // Башкиры Узбекистана за присвоение Генералу Шаймуратову звание Героя России

Үзбәкстан башҡорттары Шайморатов Генералға Рәсәй Геройы исемен биреү яҡлы.

18 ғинуар Әхмәтзәки Вәлиди ис. Башҡорт йәмғиәт-мәҙәниәт үҙәге генерал-майор, Бөйөк Ватан Һуғышы геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм ул етәкләгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған саралар ойошторҙо. 

Сарала Үзбәкстан Республикаһының Россотрудничество вәкилдәре, Үзбәкстандаға Рәсәй Федерацияһы посольство ағзалары ҡатнашты.

“Шайморатов вариҫтары” халыҡ акцияһын үткәргән ваҡытта Башҡорт йәмғиәт-мәҙәниәт үҙәге етәксеһе урынбаҫары Фина Нәбиева башҡорт телендә генерал Шайморатовтың тормош юлы, 112-се БАшҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында һөйләне. 

Генерал Шайморатовтың тарихтағы ролен тарихсы Ринат Шиһабдинов яҡтыртты. Сарала тамашасылар шулай уҡ “Шайморатов генерал” документаль фильмын ҡараны.

Башҡорт һәм һуғыш йылдары йырҙары менән Үзбәкстандың атҡаҙанған артисы Марат Хәкимов, Татарстандың һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Феруза Хәлдәрова, «Һандуғастар» Башҡорт-татар вокал төркөмө, “Ағиҙел” клубы, Башҡорт йәмғиәт-мәҙәниәт үҙәге солисы Кәрим Джураев сығыш яһаны. 

Конференция ваҡытында шулай уҡ Башҡорт йәмғиәт-мәҙәниәт үҙәге Уставы раҫланды, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары Йәмғиәтенән Мөнирә Джураеваға “Рәбиғә Ҡушаева ис. Ҡатын-ҡыҙ – милләт Әсәһе” миҙалы тапшырылды.

Продолжить чтение…
 

“Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашҡан ауылдарға Һаулыҡ үҙәктәренең килеү графигы.

Утвержден график выездов Центров здоровья в населенные пункты, участвующие в республиканском этапе конкурса “Трезвое село 2019 года”

 

Башҡорт телендә “көрҫ-марҫ” , “арғазымбай”, “мөзөрөңкө” һүҙҙәре бармы?

“Көрҫ-марҫ” һүҙе, мәҫәлән, күптәрҙе аптырауға һалды. 

“Яңы көн-яңы һүҙ” рубрикаһындағы ошондай һирәк осрай торған һүҙҙәргә Башҡорт теленең диалекттары һүҙлегендә тап булдыҡ. 

“Диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр әҙәби телгә әленән-әле һут биреп, уны тулыландырып тороусы тамырҙары улар. Әҙәби тел дөйөм халыҡ һөйләү телендә киң таралған һәм, һөйләштәрҙә булып та, әҙәби телгә әлегә ҡәҙәр алынмаған үҙенсәлекле һүҙҙәр иҫәбенә байый барырға тейеш,”- тип яҙа төҙөүселәре. 

Тулыраҡ
 

Өфөлә Башҡорт мифологияһы һүҙлеге донъя күрҙе // В Уфе издан Словарь башкирской мифологии

Өфөлә Башҡорт мифологияһы һүҙлеге донъя күрҙе

Билдәле телсе-ғалим, тарих, тел һәм әҙәбиәт Институтының ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисаметдинова эшләгән Башҡорт мифологияһы һүҙлеге Өфөлә донъя күрҙе.

Һүҙлек башҡорт мифологияһының геройҙарын, символдарын, төп сюжеттарын яҡтырта. Һүҙлек мәҡәләләре лингвистик һәм фольклор миҫалдар менән нығытылған.

Китап этнологтарға, фольклорсыларға, төркиәтселәргә, тарих һәм әҙәбиәт, донъя мәҙәниәте уҡытыусыларына файҙалы була. 

Продолжить чтение…