Пермь крайы балалары башҡорт әкиәт-фильмын ҡарайҙар // Дети Пермского края смотрят башкирскую фильм-сказку

Пермь крайы балалары башҡорт әкиәт-фильмын ҡарайҙар.

Пермь крайында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре дауам итә. Бөгөнгө көндө “Алтынай” бейеү коллективы асып ебәрҙе. Шулай уҡ, йәштәр Мостай Кәримдең “Башҡортостан” шиғырын яттан һөйләп күрһәтте.

Тамашасыларҙы сәләмләп, Барҙа районы етәксеһе Хәлил Алапанов, Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сығыш яһаны.

Әлеге ваҡытта башҡорт мәҙәниәтенә һәм мәғрифәтенә арналған саралар дауам итә. Кескәйҙәр “Тел асҡысы” әкиәт-фильмын ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Мәктәп уҡыусылары Башҡортостан тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған башватҡыстарҙы сисәләр. Ата-әсәләр балалары менән бергә республикабыҙҙың инновацион белем биреү үҙәктәре менән таныша ала.

Продолжить чтение…
 

Югра башҡорттары // Башкиры югры

БЮТ телеканалының ижади төркөмө Югра башҡорттары тураһында тапшырыу әҙерләй. 

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Башҡорттар” тапшырыуы етәксеһе Рәшиҙә Ишембәтова һәм оператор Эдуард Ғәйнанов Югра ерҙәренә барҙы.

Ижади төркөмдө Ханты-Манси автономиялы округы — Югра төбәк йәмәғәт ойошмаһы саҡырған.

“Башҡорттар” телетапшырыуы журналистары халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, мәғарифын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә эш алып барған йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге, ижади коллективтар тураһында ҙур материал тупланы.

Журналистар Сорғот, Лянтор, Лангепас, Нижневартовск ҡалаларында һәм Нижнесортымск ҡасабаһында булды. Һәр ерҙә лә уларҙы йылы һәм ихлас ҡаршы алдылар. Башҡорт ижад коллективтары үҙҙәренең тәжрибәһе менән бүлеште, киләсәккә пландар тураһында һөйләне.

ХМАО – Югра- Башҡортостандың эшлекле партнёры. 80-се йылдарҙа Себергә килгән башҡорт нефтселәре ятҡылыҡтар урыны үҫешенә, яңы ҡалалар төҙөлөүенә ҙур өлөш индерә. 

“Беҙ ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, ҙур түҙемһеҙлек менән тапшырыуҙың эфирға сығыуын көтәбеҙ,” – тип яҙа Себерҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ.

Продолжить чтение…
 

Пермь тамашасыларына- Башҡортостандан татлы күстәнәс.

Пермь тамашасыларына- Башҡортостандан татлы күстәнәс. 

Барҙа ауылының Ял һәм мәҙәниәт үҙәге башҡорт киноһын һөйөүселәрҙе йыйҙы. Бында режиссер Булат Йосоповтоң “Беренсе республика” фильмын күрһәттеләр. 

Фильмды ижад итеүселәр -“Тере лента” кинокомпанияһы исеменән Леонид Филинов тамашасыларға 6 килограмлыҡ сәк-сәк тапшырҙы. Ул картина тураһында һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе. 

“Беренсе республика”-“Башҡортостан” киностудияһы һәм “Тере лента” кинокомпанияһының берҙәм проекты. Унда Башҡортостандың профессиональ сәнғәте һәм әҙәбиәте башланғысында торған билдәле шәхестәрҙең яҙмышы бәйән ителә. 

Күстәнәс менән бергә Барҙа халҡына “Башҡортостан” газетаһын да тараттылар. “Ҡоролтай тауышы” махсус сығарылышы Пермь крайында үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренә арнала. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. 

Продолжить чтение…
 

Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәйек! // Поддержим своих!

Дуҫтар! Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәйек!

“Театрлы Волга буйы” округ фестивале иң яҡшы театр коллективтарына тауыш биреү асты. 

Тәүҙә https://vk.com/theatres.fest төркөмөнә яҙылырға кәрәк;

• https://vk.com/topic-181221409_39977392 яҙмаһында “Пауза” театр студияһына;

• https://vk.com/topic-181221409_39977355 яҙмаһында “Ҡорос” халыҡ театрына тауыш бирергә.

Улар төрлө номинацияларҙа ҡатнашалар. Тимәк, икеһе өсөн дә тауыш бирергә мөмкин!

Продолжить чтение…
 

Байдәүләттәр – афарин!

“Башҡортостандың иң матур ауылы” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Байдәүләт ауылы “Татыу ауыл” номинацияһында еңеүгә өлгәште! Ҡотлайбыҙ! 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Бәйге “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берләшмәләр советы” ассоциацияһы һәм “Башҡортостан” теле-радиокомпанияһы тарафынан икенсе йыл рәттән үткәрелде. Былтыр Ибрай ауылы ла номинацияла еңеп сыҡҡайны.

 

Башҡорт театрының Ҡаҙағстанда гастролдәре

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Алматыла Мөхәмәтша Буранғолов әҫәре буйынса ҡуйылған ” Шәүрәкәй ” спектакле менән М. Ауэзов исенедәге Ҡаҙаҡ дәүләт драма театрында гастролдәрен асты.
Был сәфәр Башҡортостан Республикаһының һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллыҡ юбилейына арнала.

Тулыраҡ
 

Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы // Сегодня, 17 октября, прошло собрание Комиссии по вопросам истории и развития башкирского народа.

Бөгөн, 17 октябрь, Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссияның ултырышы үтте.

Йыйылыш тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтенең эш пландары менән танышыуҙан башланды. Ошо көндәрҙә булдырылған хәрәкәттең етәксеһе итеп Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәев һайланды.

Ултырыш сиктәрендә «Башҡортостандың 100 шәхесе» проектын тормошҡа ашырыу буйынса һорауҙар ҡаралды, алдағы көндәргә мәсьәләләр ҡуйылды. 

Комиссия ағзалары төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән эш алып барыу тураһында ла һүҙ алып барҙы. Киләсәктә төркөмдөң эшен йәнләндереү өсөн ҡоролтайҙан тыш эксперттар һайланды, киләһе йыйылыштарҙы улар менән бергә үткәреү ҡаралған.

Продолжить чтение…
 

Иң матур ауыл — Наурыҙ! // Самое красивое село – Наурузово

Иң матур ауыл — Наурыҙ!

Быйыл «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсында Учалы районының Наурыҙ ауылы еңеү яуланы. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителде: иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем телеканалда призерҙарҙы һәм номинанттарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 

Икенсе урынды Ишембай районының Маҡар ауылы алды, өсөнсөлә – Шаран районының Дүртөйлө ауылы. 

Тәүге өс призер конкурстың миллионлы бүләк фондын бүлеште. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең, өсөнсөгә – 200 мең һум. Бынан тыш, 12 матур ауыл төрлө номинацияларҙа билдәләнде. 

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы – «Хыял ауылы», Стәрлетамаҡ районының Талас ауылы «Күп милләтле ауыл» тип танылды, Стәрлебаш районының Ямғырсы ауылына «Ҙур киләсәк» номинацияһы бирелде, Салауат районының Әлкә ауылы — «Социаль яҡтан үҫешкән ауыл». Ҡариҙел районының Яугилде ауылы «Хеҙмәт һөйөүсән ауыл» тип танылды, Өфө районының Лекаревка ауылы «Уңайлы мөхит» номинацияһында еңеүсе булды, Асҡын районының Ҡышлау-Йылға ауылы — «Эко-ауыл», Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы — «Күркәм ауыл», Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы — «Татыу ауыл», Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылы — «Ҡунаҡсыл ауыл», Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылы «Уңайлыҡтары булған ауыл» тип танылды, ә Мишкә районының Сосновка ауылы «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы. 

Ошо 12 ауыл 20 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән билдәләнде. Ә конкурста ҡатнашҡан башҡа 33 ауыл дипломдар менән бүләкләнә.

Продолжить чтение…
 

Башҡортостандан ситтә башҡарылған иң матур бейеүгә – республика Башлығынан бүләк! // Подарок за самый красивый башкирский танец за пределами республики.

Башҡортостандан ситтә башҡарылған иң матур бейеүгә – республика Башлығынан бүләк!

Радий Хәбиров Башҡортостандан ситтә башҡарылған иң матур бейеүгә бүләк вәғәҙә итте. Республика Башлығы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән флешмобты хуплауын белдерҙе. 

“Беҙҙең ҡыҙҙар-егеттәр донъяның билдәле урындарында башҡорт бейеүҙәрен башҡарыуҙы ғәҙәткә алды. Минең уйлауымса, улар берәүгә лә ҡамасауламай… Киреһенсә, кешеләр ҡыуана, уларҙы фотоға төшөрә. Әйҙәгеҙ, ошолай эшләйек – Башҡортостандан ситтә йә иһә республиканың эсендә, тик сит ил ҡунағы менән башҡарылған иң матур бейеүгә бер нисә айҙан шәхси бүләк тапшырам. Һылтанмаларҙы ебәрегеҙ!” – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

#ТанцуюБашкирскийТанец флешмобы быйыл сентябрҙә башланды. Проектта ҡатнашыр өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны видеоға төшөрөп, интернетҡа #танцуюбашкирскийтанец#учубашкирскийтанец хештегтары менән һалырға кәрәк.

9 октябрҙә Ленин исемендәге паркта бейеүселәр бергә легендар “Гөлнәзирә” бейеүен башҡарҙы. 

Сығанаҡ: «Башинформ» 

Продолжить чтение…