Силәбеләр башҡортса диктант яҙа // Челябинцы пишут диктант на башкирском языке

Силәбеләр башҡортса диктант яҙа.

Силәбе өлкәһендә башҡорт теле диктанты өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Златоуст ҡалаһында ҡырҡҡа яҡын кеше Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған текст яҙҙы. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, хаҡлы ялдағылар – төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре башҡорт теле буйынса белемен тикшерергә килгән. 

“Ғилем” мәғариф проекты белгестәре диктант өсөн тағы ике тема әҙерләгән. Әсәләр көнөнә ҡарата һәм Силәбе башҡорттарының тел үҙенсәлектәре, мәҙәниәтенә бағышланған текстар тәҡдим ителгән. 
Башҡорт теле буйынса өлкә диктанты Силәбе һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары ярҙамында үтте.

Продолжить чтение…
 

Ватан Геройҙары көнө // День героев отечества

Өфөлә Ватан Геройҙары көнөнә арналған саралар ойошторола

Өфө 9 декабрҙә билдәләнгән Ватан Геройҙары көнөн байрам итеүгә ҡушыла. Иҫтәлекле дата Рәсәй империяһының юғары хәрби наградаһы – Изге Георгий орденын булдырыу менән бәйле. Был көндә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр, геройҙарҙы иҫкә алалар. 

6 декабрҙә Башҡортостанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тәҡдиме менән Ватан Геройҙары көнөнә бағышланған округ сараһын үткәреү күҙаллана. 

Тантаналарҙа Волга буйы федераль округынан Ватан Геройҙары һәм һәләк булған (үлгән) Ватан һаҡсыларының туғандары — бөтәһе 100-гә яҡын кеше ҡатнаша. 

Өфөлә 6 декабрҙә байрам концерты, Еңеү паркында мемориалдарға сәскәләр һалыу һәм республика башлығы Радий Хәбиров исеменән тантаналы ҡабул итеү ойошторола. Баш ҡала мәктәптәрендә Ватан Геройҙары ҡатнашлығында батырлыҡ дәрестәре үткәрелә. Абруйлы ҡунаҡтар шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына бара.

Продолжить чтение…
 

Башҡорт телендә китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ә балаларығыҙ әкиәттәр беләме?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡорт телен яратам” конкурсы һеҙҙең өсөн! Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнөнә ҡарата ойошторолған ижади бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ. 
Еңеүселәрҙе бүләк көтә!

Социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса интернет-конкурс иғлан ителә. 

1. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» 
2. «Мин башҡортса уҡыйым» 
3. “Театрлаштырылған күренеш” 
4. “Матур яҙыу дәфтәре” башҡортса текстар марафоны 

Конкурстың положениеһы менән ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми битендә танышырға мөмкин. 

Эштәр “конкурс” билдәһе менән 8 декабргә тиклем kurultay-ufa@mail.ru адресына ебәрелә һәм #ҡоролтай#Башҡорттелекөнө хештегтары менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыла. 

«Һаумы, һаумы, әкиәт», “Театрлаштырылған күренеш”, “Матур яҙыу дәфтәре” конкурстарына ерле һөйләштәр өсөн хас үҙенсәлекле телмәр ҡулланылған эштәр ҙә ҡабул ителә. 

Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк. 

Башҡорт теле көнө – 2019 сәхифәһенә рәхим итегеҙ! 

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-31-62, 246-32-47

 

300 мең һум – Көрмәнкәйҙә! // Самое трезвое село Давлекановского района-Старокурманкеево

300 мең һум – Көрмәнкәйҙә! 

Дәүләкән районында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Айыҡ ауыл” республика конкурсының һайлап алыу этабы үтте. Төбәктән сарала ун алты ауыл ҡатнашты. 

Көрмәнкәй ауылы тураһында һөйләгәндә, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә һәм йәштәр араһында сараларҙы күп ойоштороуға иғтибар биреүҙәрен әйттеләр. Бында милли байрамдар менән бергә спорт ярыштары ла йыш үткәрелә. Көрмәнкәй ауылының сығышы башҡортса милли кейемдәр, милли моңдар менән биҙәлгәйне. 

Дәүләкән – күп милләтле район, шуға күрә сарала башҡорттар ғына түгел, урыҫтар, татарҙар, украиндар ҙа ҡатнашты. Күңелде тетрәндергән сығыштар байтаҡ булды. Мәҫәлән, Шестаево ауылынан 85 йәшлек Нина Одинцованың улы эскелектән вафат булған. Ул ошо хаҡтағы шиғырын һөйләне. Ғөмүмән, халыҡ эскелек проблемаһына битараф түгел, уға ҡаршы берҙәм көрәш алып бара. 

Әлеге сарала еңеүселәрҙе Дәүләкән район Советы рәйесе Рәмзиә Әминева тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы. Шулай итеп, конкурстың республика этабына Көрмәнкәй ауылы үтте! Уларға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Икенсе урынға – Яңы Яппар, өсөнсөгә Сергиополь ауылы лайыҡ булды. Уларға 250-шәр мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Бүләктәр өсөн сығым Дәүләкән район хакимиәте тарафынан бүленгән. 

Әйткәндәй, төбәк сараға бик етди әҙерләнгән. Конкурстың район этабын ойоштороу өсөн Дәүләкән район хакимиәте ҡарары ла сығарылған. 

Автор: Лариса Абдуллина 

Продолжить чтение…
 

Радий Хәбиров: Яңы йыл байрамдарында рөхсәтһеҙ хәмер һатыуға юл ҡуймаҫбыҙ // Об ограничении продажи алгоколя в новогодние праздники

 Радий Хәбиров: Яңы йыл байрамдарында рөхсәтһеҙ хәмер һатыуға юл ҡуймаҫбыҙ

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»нең күсмә кәңәшмәһендә Яңы йыл байрамдарында республикала алкоголь һатыуҙы сикләү тәҡдиме тураһында иҫкә төшөрҙө. Әлеге ваҡытта закон проекты республика Дәүләт Йыйылышында ҡарала. Парламенттың һаулыҡ һаҡлау буйынса профилле комитеты рәйесе урынбаҫары Римма Үтәшева һүҙҙәренсә, закон проекты 28 ноябрҙә пленар ултырышта тәүге уҡыуҙа ҡаралырға тейеш. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проектҡа ярашлы, 3 ғинуарҙа хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, ә 4-6 ғинуарҙа урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла.

Продолжить чтение…
 

Ҡурған дәүләт телерадиокомпанияһының “Урал аръяғы хәбәрҙәре” сығарылышында Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре тураһында:

“Сафакүл һәм Әлмән райондарына Башҡортостандан делегация килде. Әлмән районында йәшәүселәргә башҡорт тирмәһе бүләк иттеләр. Башҡорт бейеүҙәренә, милли уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәттеләр. Бынан тыш, башҡорт халыҡының тарихы, башҡорт телен өйрәнеү үҙенсәлектәре тураһында фекер алыштылар.”

В информационном выпуске “Вести Зауралья” ГТРК Курган о Днях башкирской культуры и просвещения:

“В Сафакулевский и Альменевский районы приезжала делегация из Башкортостана. Жителям Альменевского района подарили юрту, национальные костюмы. Обучали башкирским танцам и учили игре на национальных инструментах- курае и кубызе. Обсуждали историю башкирского народа и методы изучения башкирского языка”

 

Дондағы Ростовта башҡорт шиғриәте байрамы // В г. Ростов-на-Дону- вечер башкирской поэзии

Дондағы Ростовта башҡорт шиғриәте байрамы. 

Дон дәүләт китапханаһында башҡорт шағиры Ғүмәр Ғайсиндың ижад кисәһе үтте. 
Ғүмәр Миңғәле улы Ырымбур өлкәһе Иҫке Ғүмәр ауылында тыуған. Хәрби булараҡ, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй һәм Дондағы Ростовта төпләнә. 

Ғүмәр Ғайсин- 4 китап авторы. Шиғырҙарында ул башҡорт теленең аһәңлеген аса, туған тәбиғәттең гүзәллеге менән таныштыра, кешеләрҙең Ватанға, дингә, бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре асылын һүрәтләй. 
Ижад кисәһен китапхана директоры урынбаҫары Михаил Мун асты. Ул милләте буйынса кореялы, байрамға килгәндәрҙе саф башҡорт телендә сәләмләне.
Дондағы Ростов ҡалаһы башҡорттары етәксеһе Мәхмүт Сәлимов Ғүмәр Ғайсинға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының рәхмәт хатын тапшырҙы.

Шағир ижад юлы тураһында һәйләне, шиғырҙарын уҡыны.

Кисәнең икенсе өлөшөндә Мостай Кәримдең ижады буйынса әңгәмә үтте, әҙиптең әҫәрҙәрен яттан һөйләнеләр.

Продолжить чтение…
 

Кавалерист Төхвәт Фәтхуллин тураһында // О Тухвате Фатхуллине

Кавалерист Төхвәт Фәтхуллин тураһында.

Төхвәт Ниғәмәт улы Фәтхуллин 1941 йылда уҡ фронтҡа китә. Сталинград, Брянск янындағы алыштарҙа ҡатнаша, легендар 112-cе кавалерия дивизияһы менән оҙон яу юлы үтә. Һуғыштан һуң тағы бер йыл Төньяҡ Кавказда хеҙмәт итә һәм тыуған яғына 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. 

Үкенескә күрә, Төхвәт Фәтхуллин үткән аҙнала, 22 ноябрҙә, үҙенең 99 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте.
Йәне йәннәттә булһын!

Әгәр һеҙҙә 112-cе кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында мәғлүмәт бар икән, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ: https://vk.com/shaimuratov120

Продолжить чтение…
 

Башҡортостанда генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков исемендәге ике орден булдырыласаҡ // В Башкортостане учредят два новых ордена — генерала Шаймуратова и Григория Аксакова.

Башҡортостанда генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков исемендәге ике орден булдырыласаҡ.

Тейешле законопроектты Дәүләт йыйылыш-Ҡоролтай пленар ултырышында депутаттар ҡараясаҡ. Төбәк парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүе буйынса, Шайморатов ордены йәмғиәт тәртибен һаҡлауҙа, кеше тормошон ҡотҡарыуҙа, гражданлыҡ, хәрби, хеҙмәт бурысын үтәүҙә күрһәткән батырлыҡтар өсөн биреләсәк.

Шулай уҡ, закон проекты менән “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, “БР атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы”, “БР атҡаҙанған эшҡыуары”, “БР атҡаҙанған IT өлкәһе хеҙмәткәре”, “БР нефть һәм газ өлкәһе сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” маҡтау исемдәре булдырыу планлаштырылған.

В Башкортостане учредят два новых ордена — генерала Шаймуратова и Григория Аксакова.

Соответствующий законопроект намерены рассмотреть на ближайшем пленарном заседании депутаты Государственного Собрания — Курултая республики. 

По словам спикера регионального парламента Константина Толкачева, орденом Шаймуратова в память о легендарном генерале предлагается награждать тех, кто проявил мужество и отвагу при охране общественного порядка, спасении людей, исполнении воинского, гражданского, служебного долга в условиях, сопряженных с риском для жизни. 

Также законопроектом планируется учредить медаль «За трудовую доблесть» и почетные звания «Заслуженный спасатель РБ», «Заслуженный предприниматель РБ», «Заслуженный работник IT-индустрии РБ», «Заслуженный работник нефтяной и газовой промышленности Республики Башкортостан»

 

Саҡмағоштар “Айыҡ ауыл – 2019” конкурсы ҡатнашыусылары менән танышты // В Чекмагушевском районе состоялась публичная защита и презентация участников конкурса “Трезвое село – 2019”

Саҡмағоштар “Айыҡ ауыл – 2019” конкурсы ҡатнашыусылары менән танышты.

Рапат ауылы халҡы был конкурста актив ҡатнаша. 21 ноябрь тап ошо ауылда конкурс ҡатнашыусыларының презентацияһы үтте. 

Сарала Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Ирек Усманов, Саҡмағош районы советы секретаре Лиюзә Дәүләтова, район Советы депутаты Мәнзүрә Нәбиева, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. 

Бөгөн Рапат ауыл халыҡ советында 420 йорт-ҡура иҫәпләнә. Ауыл йәшәйешендә һуңғы йылдарҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр бар: күптәр айыҡ тормош алып бара башланы. Презентацияла ҡатнашыусылар урындағы мәсет, музей, мәктәпкә инделәр, уҡыусыларҙың кейеҙҙән эшләнгән эштәре менән таныштылар. Ауыл клубында күргәҙмә ойошторолдо. Унда оҫталарҙың төрлө жанрҙа яһалған ҡул эштәрен ҡаранылар. Спортзалда сара ҡатнашыусылары гимнастиканан дәрескә барҙылар: тап ошонда 30-ҙан ашыу ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренең һаулығын нығыта.

Ауыл клубы сәхнәһендә гәүһәр туйын ҡаршылаған ғаиләне һәм никах уҡытҡан йәш парҙы тәбрикләнеләр. 

Продолжить чтение…